Еңеүҙәр — башланғыстарға нигеҙ25.03.2016
Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына республика Хөкүмәтенең 2015 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса
отчет тәҡдим итте.


Билдәле булыуынса, республиканың башҡарма власть органда­ры эшмәкәрлеге Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәтен, социаль-мәҙәни өлкәһен үҫтереүгә, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Рөстәм Хәмитов һәр тармаҡҡа айырым туҡталып, анализ яһаны, аҙаҡ депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
– Былтырғы йыл әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булды – Еңеүҙең 70 йыллығы, ШОС һәм БРИКС саммиттары, фәнни, иҡтисади форумдар... Әлбиттә, тетрәнеүҙәр ҙә булды. Шул уҡ эске сәйәсәттә лә, иҡтисадта ла. Иң мөһиме – кимәлде һаҡлап ҡала алдыҡ: иҡ­ти­сади хәл тотороҡло, социаль йөкләмәләр үтәлә, – тине төбәк етәксеһе.
Көндөң икенсе яртыһында депутаттар республика закон проекттарын тикшерҙе. Көн тәртибенә 65 мәсьәлә ҡуйылған ине. Ун ете закон проекты аҙаҡҡы уҡыуға тәҡдим ителде.





Вернуться назад