“Ауылымды һағынып ҡайттым...”25.03.2016
“Ауылымды һағынып ҡайттым...” Бай фольклорыбыҙҙа киң урын алған, шиғыр юлдарында йыш осраған “ай” һүҙе менән бәйле ауылдар республикабыҙҙа бихисап. Һәр береһе тормошон матур итеп үҙенсә ҡорған, төҙөклөгө һәм күркәмлеге менән маҡтана ала, бәләкәйҙәре лә, ҙурҙары ла бар. Айтуған, Айгөл, Айҙаҡай, Айбаш, Айбүләк, Айһай-Мөрсәләй, Айсыуаҡ... Шулар араһында ыҡсым ғына атамалы Айыт тигәне иғтибарҙы йәлеп итте.
Йорттар һаны ҡырҡтан саҡ ҡына артҡан ауылда йәшәйеш һәүетемсә бара. Әле генә аҡман-тоҡман булыуға ҡарамаҫтан, урамдар таҙартылған, юл да өҙөлмәгән. Тәү осраған ағай-апайҙар менән аралашҡанда, улар Фәршәт тигән кешене телдәренән төшөрмәне. “Фермер Фәршәт – шәп кеше, беҙҙең егет, хужалығы – ауылдың киләсәге”, – тип тә өҫтәнеләр. Була бит шундай илһөйәрлек хисе менән яныусылар, “Зөбәйеров” крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе Фәршәт ЗӨБӘЙЕРОВ ауылдаштарын ярҙамдан өҙмәй.
Беҙ иһә фермерҙы күреп, уның менән танышырға ашыҡтыҡ.


– Йортоң ауыл осонда урынлашҡан шикелле, Айыт район сигенә һыйынып ҡына ултырған. Оло донъянан алыҫта йәшәүҙең үҙенә күрә өҫтөнлөктәре һәм нескәлектәре лә барҙыр?
“Ауылымды һағынып ҡайттым...” – Ысынлап та, картаға күҙ һалғанда, мөйөштә күренәбеҙ. Төпкөлдә былар ғүмер итәлер, ыҙа сигеп йәшәйҙәрҙер, тиер кемдер. Ә асылда, бер ҙә улай тимәҫ инем. Беҙ күп яҡтан бәхетле, сөнки Миәкә, Әлшәй, Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондары сигендә, дүрт райондың ҡап уртаһында тиерлек урынлашҡанбыҙ. Йыш ҡына шаяртып, мөйөштөң бер сите беҙҙеке, уға бер кем дә дәғүә итә алмай, тим. Беҙҙән район үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкә – 45, ә Стәрлетамаҡ ҡалаһы 60 саҡрымда. Раевка һәм Стәрлебаш ауылдары ла әллә ни йыраҡ түгел. Хужалыҡты алып барғас, дүрт яҡҡа ла юл йыш төшә, йомош сығып ҡына тора.
Районыбыҙҙа йыш ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙан тыш, күршеләрҙекендә лә булырға өлгөрәбеҙ. Һәр береһендә нимәгәлер өйрәнергә тырышам, буш йөрөүҙе һис кенә лә өнәмәйем. Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тиҙәр. Айырыуса ауыл хужалығы буйынса йыш тәжрибә уртаҡлашабыҙ, алыш-биреш итәбеҙ. Мәҫәлән, сауҙаны оҫта алып барыу, мал һимертеү, ер эшкәртеү серҙәрен тағы ла тәрәнерәк белге килә. Күршеләр менән төрлө йүнәлештә ныҡлы бәйләнеш булдырылған, аралашыу эҙмә-эҙлекле дауам итә. Беҙ – уларҙан, улар беҙҙән өйрәнә тиһәң дә шаштырыу булмаҫ. Шул уҡ ваҡытта күршелек тәртипкә күндерә. Айыттар хөрт йәшәргә тейеш түгел – ошо хәҡиҡәт күптән халыҡтың аңына ныҡлап һеңдерелгән. Ауылыбыҙ йөҙөндә тотош Миәкә районының тын алышын күҙ алдына баҫтыралар, йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын. Ниңә “зөбәйерҙәр”ҙең баҫыуы сәселмәй ята, ни өсөн юл буйын ҡый баҫҡан, нилектән ауыл төҙөк түгел тимәһендәр.
Беҙҙәге хозур тәбиғәтте бүтән бер ҡайҙа ла осратманым. Үҙәндәр, болонлоҡтар, уйһыулыҡтар, туғайлыҡтар, күҙ күреме етмәҫлек ялан – барыһы ла фермерлыҡты уңышлы алып барыу өсөн ифрат уңайлы. Данлыҡлы Өршәк йылғаһы үҙе ни тора! Ҡолас ташлап эшләүгә бер нәмә лә ҡамасауламай, киреһенсә, уңайлы шарттар етерлек.
– Күптәр, иртә менән һөтләп ҡәһүә эсмәһәм, ҡулыма эш тә бармай, кәйе­фем дә китек, ти. Ә Айыт фермерының көнө нимәнән башлана?
– Иртә торған уңыр, тибеҙме әле?! Сәғәт 7 тулыр-тулмаҫтан көн дә Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан һөт ташыусы машина килеп етә, хатта таш яуған осраҡта ла. Шуға күрә лә таң һарыһынан уянып, һауынды тамамлап, бидондарҙы машинаға тейәргә әҙерләп ҡуйырға тейешмен. Һөт, фермер тигәндән, дуҫтар араһында киң таралған көләмәсте һеҙгә лә һөйләп ишеттерәйем әле. Имеш, бер ныҡышмал фермер көн һайын баҙарҙа ҙур феләк­тәрҙә һөт һата икән. Эргә-тирәләге көнсөлдәр уның аҙбарында бер нисә генә һауын һыйыры булыуын белгәс, ныҡ шикләнгән, ти.
– Һыйырҙарың һанаулы ғына, шул тиклем күп һөттө нисек һауып алмаҡ кәрәк? – тип һораған тегеләр.
– Уның сере ябай ғына. Таң менән һәүкәштәрҙең янына киләм дә “Шунан, минең ҡәҙерлеләрем, бөгөн нимә хаҡында һөйләшәйек – итме йәки һөтмө?” тип өндәшәм”, – тигән фермер...
“Ауылымды һағынып ҡайттым...” Һигеҙ һыйыр аҫрағансы һимеҙ һыйыр аҫра тигәнгә ишара инде был. Шаяртыуҙы ситкә ҡуйып торғанда, йәйге­һен малды таң һарыһынан көтөүгә ҡыуырға кәрәк, ҡыш иһә алдарынан бесән-һалам өҙмәҫкә тейешһең. Бына шул саҡта инде уңышҡа өмөт итергә мөмкин. Кис иһә эште ҡасан тамамлауға ҡарап “төнәйһең”.
Үҫемлекселек (500 гектар ер иҫәпләнә) һәм малсылыҡ (60-тан ашыу һыйыр малы) тармағы буйынса махсуслашҡан хужалыҡ. Хәйер, уларҙы бер-береһенән һис кенә лә айырып ҡарай алмайым. Нисек инде бесән әҙерләмәйенсә йәки көтөүлек булмай тороп мал аҫрап, уны ишәйтәһең? Тәүге йылдарҙа мал һимертеп һаттыҡ, комбинатҡа һөт тапшырҙыҡ.
– “Ауылда эш юҡ” тигән зарланыу аптырата. Ә Фәршәт Тәлғәт улы үҙе­нең шәхси эшен асыуы етмәгән, хатта бер нисә кешене эш менән дә тәьмин иткән...
– Әсе тир түгеп тапҡаның ҡәҙерле, тиҙәр. Тулыһынса килешәм һәм хуплайым. Ысын мәғәнәһендә тир түгергә кәрәк, бигерәк тә хәҙерге заманда бер нәмә лә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Ошоно дөрөҫ аңлаған бер нисә тәүәккәл ауылдашым эш һорап мөрәжәғәт итте. Әлбиттә, уларҙы белеп-күреп йөрөгәс, үтенестәрен елгә осорманым. Хужалыҡта намыҫлы хеҙмәт күрһәткән Рима Кашапова, Гүзәл менән Фәнис Аннатағановтар, шулай уҡ Филүс тигән егет янымда саҡта тауҙай тойолған мәшәҡәттәр ҙә сүп кеүек кенә. Һәммәһе менән дә уртаҡ тел табам. Шуларҙың берәүһенә генә лә эш хаҡын тотҡарлау тураһында һүҙ ҙә юҡ... Был бит башҡа һыймай, быны намыҫ ҡушмай. Эш хаҡынан тыш дәртләндереү саралары ҡаралғас, һәр береһе фермаға ашҡынып килә. Шулай уҡ ваҡытлыса эшләгәндәр ҙә күп кенә, айырыуса йәй миҙгелендә. Мал һанын арттырыу, сәсеүлек майҙанын иркенәйтеү, бер һүҙ менән әйткәндә, хужалыҡтың эшмәкәрлеген киңәйтеү өсөн уй-маҡсаттар билдәләгәнмен.
“Ауылымды һағынып ҡайттым...” – Еңел булмаған иҡтисади шарттарҙа хужалыҡ йөгөн алып барыу ауыр түгелме, туҡтауһыҙ иҫкән көрсөк елдәре йонсотмаймы?
– Былтыр Федоровка районының “Гончаровка” ҡошсолоҡ хужалығынан бер нисә йөҙ ҡаҙ бәпкәһе алып аҫраныҡ, еңел булмаҫын белә тороп та. Улар ҡуйған шарт ябай ғына: алған 100 ҡаҙҙың 20-һе – уларҙыҡы, ҡалғаны – һинеке. Иҫәпләшеү көҙ башҡарылды. Дәртләндереү сараһы бар, тәүге айҙа ашатырға емен дә биреп ҡайтарҙылар. Ҡаҙ ҡаңҡылдауы оҙаҡ ҡолаҡта сыңлап торһа ла, маҡсатҡа өлгәштек. Барыбер ҙә сәм, сослоҡ кәрәк.
Көрсөк тигәндән, барыһын да ышаныс йәшәтә һәм киләһе көндәргә яҡты өмөт менән ҡарайбыҙ. Кемгә нисектер, әсе елгә ҡарағанда, ҡояштың йылы нурҙары беҙгә мулыраҡ төшә.
– “Баш осонда ҡояш балҡыр әле, мөғжизәгә килә ышанғы” тигән йыр һүҙҙәрен кемдәр генә белмәй икән. Ә бына шәхсән үҙең мөғжизәгә ышана­һыңмы?
– Былтыр бизнес-план төҙөп, район хакимиәтенә тапшырғайным. Ниәт – киләсәктә хужалыҡты тағы ла үҫтереү һәм киңәйтеү. Янып-көйөп төрлө мәшәҡәттәр менән сыуалғанда был турала онотолған. Бер көндө ауыл хужалығы бүлегенән Грант отоуым тураһында шылтыратып һөйөнсөләмәһендәрме! Ышанырғамы-юҡмы? Ошоно мөғжизә түгел тиергә тел әйләнмәй. Эш башлаған тәүге йылдарҙа иһә республикабыҙ Хөкүмәтенең ярҙамы менән, бөтә тағылма ҡорамалдарын да ҡушып, “МТЗ-82” тракторын алыу иңдәргә ҡанат ҡуйҙы. Автопарктың яңылығы миңә ҙур мөмкинлектәр аса. Мөғжизәгә ыша­нырға кәрәк, мөғжизәне үҙ ҡулдарыбыҙ менән тыуҙырыу зарур.
– Биҙәкле ҡапҡа, ыҡсым беседка, һыу ҡоҙоғо, сынйырлы күнәк... Иха­таға килеп ингәндә үк күҙгә эленәләр. Әллә ҡайҙан балҡып күренгән хан һарайына тиң йортто төҙөүгә күпме көс түгелгәнен үҙең генә беләһең...
– Бая һин, “Ауыл осонда йәшәйһең”, тинең, иғтибарлы бүтәндәр ҙә быны шәйләмәй түгел, шәйләй. Колхоз-совхоздар гөрләп торғанда был урында “Ленин юлы” иген сәсте. Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек, кәләш алғас, изге йолаға ярашлы башҡа сығырға кәрәк бит. Туғандар менән уйлашҡандан һуң ошо ҡола яланда йорт һалырға кәрәклегенә инандыҡ. Алға китеп шуны әйтәм, ҡайһылай отҡанмын. Иркен йортта йәшәүгә ни етә! Хәҙер бит тырыштар өйҙө ҙур итеп төҙөй, уңайлыҡтар ҡала шарттарындағы шикелле. Уны кәләшем Рәсимә менән һәр кирбестең, бүрәнәнең нисек һалынғанын, һәр таҡтаның ҡайһылай ҡатылғанын үҙебеҙ генә беләбеҙ. Әйткәндәй, Рәсимә Ислам ҡыҙы менән 1998 йылда өйләнештек, ул – минең төп ярҙамсым. XI класта уҡыған Фирүзә ҡыҙым өсөн быйыл бигерәк тә яуаплы осор: Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырасаҡ, иҡтисадсыға уҡырға теләге көслө. Рияз улыма 10 йәш, ҙурайғас табип булам, ти ҙә ҡуя. Ихтыярына ҡаршы килеп булмай. Нимә генә тимәһендәр, илебеҙгә лайыҡлы граждандар булып үҫһендәр. Икеһе лә күршеләге Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында белем ала.
– Һин кемдәргә рәхмәтле?
– Бабайым Ислам Тимербай улынан күп нәмәгә өйрәндем. Беҙҙә кәләштең атаһына ҡайным тип түгел, ә бабай тип өндәшәләр. Атайым Тәлғәт Янур улы иртә вафат булған. Әсәйем Хәйрәт Нәғим ҡыҙы кәңәшсем дә, серҙәшем дә ине. Ул беҙҙе – алты баланы – яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы. Район хакимиәте етәкселегенең ярҙамын ныҡлы тоям, ауылдаштарым – фекер­ҙәштәрем. “Пушкин” сауҙа-сервис комплексында тәғәйен сауҙа нөктәбеҙ бар, етештергән продукцияны һатыуҙы шунда ойошторабыҙ. Шул тиклем уңайлы. Бер ваҡыт ҡышҡы көндәрҙең көйһөҙлөгө арҡа­һында баш ҡалаға ваҡытында барып етә алманыҡ, ярты сәғәткә һуңла­ғанбыҙҙыр. Етмәһә, унда етәрәк машина батты. Шунда өйкөлөшөп торған халыҡ техниканы этеп сығарҙы. Тәүҙә ғәжәпләндем, аҙаҡтан рәхмәт уҡыным. Өйкөлөшкән кешеләр – даими һатып алыусыларым, ҡайтмай беҙҙе көтөп торған булған. Шунан тиҙ генә тауарымды өҫтәлгә теҙҙем, бер сәғәт тә үтмәгәндер, эште тамамланым. Маҡ­танмайым, быға тиклем “Зөбәйеров” хужалығынан һатып алғандар аҙыҡ-түлек эҙләп башҡа урынға китмәй.
– Моғайын, гел генә эш менән мәшғүл түгелһеңдер бит?! Ялға ваҡыт ҡаламы?
– Бер йылы уттай ҡыҙыу эш ваҡытында ғаиләмде автомобилемә ултыртып алдым да туп-тура көньяҡҡа һыпырттым. Сочиҙа алған тәьҫораттарҙы һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Ни өсөндөр шуға тиклем сәйәхәт һаман артҡы планға шыла барҙы, шыла барҙы. Һәм бер нимәгә ҡарамай тик үҙебеҙ өсөн оҙаҡ һағынып һөйләрлек сәйәхәт ойошторҙом. Әгәр ҙә ваҡытты дөрөҫ бүлһәң, эшең дә йылдам бара, матур итеп ял итергә лә мөмкин икән. Һуңынан һауа торошо беҙгә уңай килде, бөтә эште теүәлләнек.
Өфөгә һәм Стәрлетамаҡҡа юл йыш төшә. Хәйер, ошо көндәрҙә “ВДНХ-ЭКСПО” сауҙа-күргәҙмәләр комплексында үткән XXVI халыҡ-ара “Агрокомплекс” махсус­лаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнаштыҡ, ул ғәҙәттәгесә, төрлөлөгө һәм бай булыуы менән оҡшаны. Унда барып ҡайтыу шулай уҡ ялға торошло.
– Ситтә бил бөгөп ғаиләһен ҡараусылар ҙа юҡ түгел. Бер нисә йыл бүтән төбәктә йөрөү һиңә нимә бирҙе?
– Йәш саҡта дыуамаллыҡ та, романтик булыу ҙа өҫтөнлөк алғандыр. Октябрьский ҡалаһында шоферға уҡыным, колхозда водитель булдым. Әрменән ҡайтҡас, ике уйламай Себер тарафтарына сыҡтым да киттем. Япа-яңғыҙ кешенең аяҡ-ҡулын нимә бәйләһен инде? Һауала ирекле ҡошмон. Йомшаҡ карауаттың ҡәҙере ҡаҡ урындыҡта ятҡанда беленеүен Лангепас ҡалаһында саҡта тәрән һиҙҙем. Көрәп аҡса алырлыҡ эшкә урынлаштым, мөйөш тә биреп ҡуйҙылар.
Һағышты баҫыу өсөн Башҡортостанға ла ҡайтып әйләнәм. Ләкин был ваҡытлыса ғына, барыбер ҙә нимәлер етмәй һымаҡ, күңелде аңлайышһыҙ төйөр өйкәй ҙә өйкәй. Баҡтиһәң, тыуған төйәктең тартыу көсөн бер нәмә лә алмаштыра алмай икән. Бер ваҡыт кис ятҡанда, “ә ниңә ситтә йөрөргә тейешмен әле, шул тиклем аҡсаны үҙебеҙҙә лә эшләп алырға мөмкин дә инде”, тип уйландым. Һәм күп тә үтмәне, элекке “Ленин юлы” колхозының бигүк яңы булмаған “КамАЗ”ында йөрөп ята инем. Теләк тирәкте йыға, тиер ине яҡын туғаным бындай осраҡта. Бик тә дөрөҫ әйтелгән. Үкенес юҡ, әммә сит яҡтарға сығыу теүәллеккә, сабырлыҡҡа өйрәтте. Шул уҡ йыйнаҡлыҡты армияла саҡта ла үҙләштерҙем.
Ауыл малайы бит мин, ер эшен, ауылымды һағынып ҡайттым. Ә тормошта алған тәжрибә һәр йәһәттән дә ярҙам итә.
– Фәршәт Тәлғәт улы, көрсөккә бирешмәй тырышып эшләүегеҙ үҙе ҡаһарманлыҡҡа тиң. Киләсәктә лә көс һәм дәрт өҫтәлеп кенә торһон!

Әңгәмәне Илдар АҠЪЮЛОВ ҡорҙо.









Вернуться назад