Малайҙар! Һеҙ ҡәҙерлеләрегеҙгә 8 Мартҡа бүләк әҙерләп өлгөрҙөгөҙмө? Уны байрамда ихлас күңелдән, матур теләк әйтеп бирһәгеҙ, яҡын кешеләрегеҙгә икеләтә шатлыҡ булыр.
Ә бына Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәүсе Рамазан Абдуллин бүләген тапшырып та ҡуйҙы инде. Байрамды көтә-көтә көтөк булып йөрөй торғас, сыҙамай, ҡәҙерлеләрен алдан уҡ һөйөндөрөргә булды. Бер туған апаһы Дилә, ике туған һеңлеләре Розалия менән Фирүзә Рамазан бүләк иткән ҡыҙыл сәскәләргә бик ҡыуанды. Ете айлыҡ Фирүзә шатлығынан сәпәкәй итеп тә алды.
Бына шулай туғандарын ифрат ярата Рамазан. Өс ҡыҙ араһында үҫеп килгән малайҙы өләсәһе: “Һандуғастар араһындағы ҡарлуғасым минең!” — тип арҡаһынан һөйөп кенә тора. Хәстәрлекле Рамазандың өләсәһенә, әсәһенә, еңгәһенә бирергә тип әҙерләп ҡуйған бүләктәре лә бар. Уларҙың нимә икәнен әлегә сер итеп һаҡлай — 8 Мартта, үәт, ҡыуанасаҡ ҡәҙерлеләре!