Буяныу еңеләйә23.03.2016
Буяныу еңеләйә Көнкүрешебеҙгә 3D-технологияларҙың йылдам килеп инеүе, әүҙем ҡулланылыуы аптырарлыҡ түгел. Уның ҡарауы, был заманса алым эштең ҡеүәтен арттыра, еңеләйтә, сифат йәһәтенән дә хәстәрләй. Бөгөн 3D-технологиялар йәшәйештең һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, сәнәғәт, архитектура, дизайн, транспорт һәм башҡа мөһим өлкәләрендә ҡулланыла. Хәйер, был “мөғжизә”нең косметология донъяһына ла аяҡ баҫыуы алдан көтөлгән, тейешле күренеш кеүек.

“Косметик электрон ҡәләм” тип атала сираттағы асыш. 3D-сығарыу принцибына таянып эш итә ул. Йәғни 3D-сканер ярҙа­мында ҡәләм ҡулланыусының тире төҫтәре тураһында мәғлүмәт базаһы булдыра. Эсендәге миксер иһә һәммәһен ҡушып болғап, тәғәйен бер кешегә килешкән төҫ килтереп сығара. Әҙер төҫ тәүҙә тикшерелә, кәрәк икән сағыуыраҡ йә, киреһенсә, ҡуйыраҡ итеп үҙгәртелә. Һәм биткә һөртөлә. Был ҡоролма батарейкалар ярҙамында эшләй.
Электрон ҡәләмдең эсенә махсус картридж һәм төҫтәр тупланмаһы ҡуйылған. Уны яңыртыуҙың йә алыштырыуҙың хаҡы – 20 доллар. Ҡәләм ярҙамында 75 меңгә яҡын төҫ эшләп була.
Тимәк, хәҙер гүзәл зат вәкилдәренә биткә тон һайлап баш ватырға кәрәкмәй. Бары тик электрон ҡәләм алып, уға “фарман” биреп, үҙеңә килешле төҫ яһарға ҡала.


Вернуться назад