Питер хайран ҡалды һылыуҙарға23.03.2016
Питер хайран ҡалды һылыуҙарға Республикабыҙҙан ситтә – тарихҡа бай, ҙур, күркәм Санкт-Петербург ҡалаһында – белем алһаҡ та, башҡорт халҡының төп сифаттары булған татыулыҡ, ҡунаҡсыллыҡ, тыйнаҡлыҡ төшөнсәләренә тап төшөрмәй йәшәйбеҙ. Йыш ҡына йыйылып экскурсияларға йөрөйбөҙ, төрлө саралар үткәрәбеҙ, тыуған яҡ йылыһын һүндермәҫкә тырышабыҙ.

Күптән түгел “Һомай” дефиле театры, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Баш­ҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциа­цияһы, “Питер буйҙары” милли-мәҙәни үҙәге ярҙамында баш­ҡорт ҡыҙҙары араһында “Һылыуҡай” бәйгеһе ойошторолдо. Һис шикһеҙ, икенсе тапҡыр үткәрелгән сара милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, экологик мәҙә­ниәтте, йәштәрҙең ижади эш­мә­кәрлеген пропагандалау маҡсатын алды.
Башҡортостандың төрлө тарафтарынан килеп, әле Санкт-Петербург ҡалаһында уҡып йөрөгән һылыуҙар вокал, хореография буйынса һәләттәрен күрһәтте. Үҙең менән таныштырыу этабы үҙенсәлекле ҡо­ролдо – Кино йылына арналған ине ул. Баһалама ағзалары биргән һорауҙарға ҡатнашыу­сылар башҡортса ҡыйыу яуап ҡайтарҙы. Финалға сыҡҡан ете ҡыҙҙың һәр ҡайһыһы нәфис­леге, саялығы, ижади оҫталығы менән күркәм ине.
“Санкт-Петербург һылыу­ҡа­йы-2016” бәйгеһенең еңеүсеһе булып Йылайыр районының Һаҡмар ауылынан Шәүрә Арыҫ­ланба­ева танылды. Ул аҫылташтар­ҙан, кристалдар­ҙан торған таж, алтын колье һәм тун менән бүләкләнде. I урынды – Хәй­булла районынан Илүзә Ас­ҡарова, II урынды – Баймаҡ районынан Алина Ҡунаҡҡу­жи­на, III урынды шулай уҡ Бай­маҡтан Зөлфиә Әминева яуланы. Зөлфиә “Төньяҡ баш ҡалала башҡорт рухын һаҡлап ҡалыусы” номинацияһында ла билдәләнде. Ҡатнашыусылар араһынан Гөлдәр Нотфуллина “Интернет гүзәле” исеменә ла­йыҡ булды. Заһиҙә Мусина иһә “Телмәр һәм тел оҫталығы” но­минацияһында еңеүсе тип табылды һәм шулай уҡ ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды.
Был күркәм сараны ойошто­роуға күп көс һалған Ильнара Үтәшеваға ысын йөрәктән рәхмәт әйтеп, тормошонда тик уңыштар, яңы үрҙәр теләп ҡа­лабыҙ. Борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, башҡорт ҡыҙҙарына хас булған гүзәл сифаттарҙы һаҡлап, матур­лыҡҡа ынтылып, бер ғаилә булып йәшәйек. Башланған эше­беҙ туҡтап ҡалмаһын, килә­сәктә матур йолаға әүерелһен.

Әминә ДАУЫТОВА,
Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты студенты.



Вернуться назад