Йәштәр үҙәге нигеҙендә ГТО нормативтарын үтәү буйынса тест үҙәге асылыуы райондың спорт һөйөүселәре өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Унда бөтәһе 400-гә яҡын кеше теркәлгән, 339-ы ГТО нормативтарын тапшырған да инде. – Спортҡа иғтибар төбәктә элек-электән көслө булды. Сәләмәт тормошто һайлаусыларҙың көндән-көн күбәйеүе һөйөндөрә, – ти район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм бүлеге баш белгесе Алиса Трапезникова. – Халыҡ үҙәккә ҙур теләк менән йөрөй. Ир-егет бильярд уйнай, тренажер залында шөғөлләнә, көрәш, самбо, дзюдо секцияларында көс һынаша. Ҡатын-ҡыҙ иһә фитнес-залда сәләмәтлеген нығыта.