Районда 1970 йылда балалар музыка мәктәбе эш башлағас, унда кескәйҙәр тәүге көндәрҙән үк ҙур теләк менән йөрөгән, төбәктә ойошторолған төрлө бәйгеләрҙә, конкурс-смотрҙарҙа ихлас ҡатнашҡандар. Беренсе уҡытыусылар Зөфәр Шакиров, Миләүшә Хөсәйенова, Тамара Маткалыкова, Резида Шафиҡова балалар күңелендә музыкаға, һүрәт төшөрөргә һөйөү уятыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалған. Уҡыусыларҙан күптәр, мәктәпте тамамлағас, яҙмышын ошо өлкәләр менән бәйләгән. 1994 йылда иһә музыка мәктәбе балалар сәнғәт мәктәбе итеп үҙгәртелгән.Бөгөн белем усағында, район үҙәге балаларынан тыш, күрше ауылдарҙан килгәндәр ҙә фортепианола, баянда, аккордеонда уйнарға өйрәнә. Һынлы сәнғәт, хореография, эстрада, дөйөм эстетик белем биреү һәм фольклор бүлектәре лә уңышлы эшләй. Мәктәптә әле алты йәштән алып 18 йәшкә тиклемге 107 бала шөғөлләнә.
Бында «Акварель» балалар өлгөлө вокал ансамбле, «Аҡбуҙат» хореография коллективы, «Капельки», «Краски» вокал ансамблдәре, балалар хоры, уҡытыусыларҙың йыр төркөмө бар. Шуныһы ҡыуаныслы: балалар район, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа, концерттарҙа ҙур ихласлыҡ менән әүҙем ҡатнаша.
Ҡасандыр ошо сәнғәт мәктәбендә белем алған, аҙаҡ, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалындағы технология һәм сәнғәт белеме факультетын тамамлағас, уҡытыусы булып кире ҡайтҡан Виктория Садиҡова үҙенең элекке остаздарына һаман булһа рәхмәтле.
– Бында үҙ эшенә мөкиббән бирелгән кешеләр эшләй, улар һәр балала сәнғәткә һөйөү уята, һәләттәрҙе аса белә, – ти ул. – Шуға ла сәнғәт юлын һайлағаныма һис үкенмәйем. Остаздарым әле лә миңә кәңәштәре менән ярҙам итә.
Виктория Садиҡова етәкселегендә әле 20-нән ашыу уҡыусы һынлы сәнғәт серҙәрен өйрәнә. Яңыраҡ ҡына эш башлаһа ла, уҡытыусының уңыштары бар: тәрбиәләнеүселәре төрлө бәйгеләрҙә көсөн һынай, еңеүгә лә өлгәшә. «Көҙгө вернисаж» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, уҡытыусы үҙе лә, өйрәнсектәре лә призлы урындарға лайыҡ булған.