Туймазы районындағы Үрге Троицк психоневрология интернатының Йәрмәкәй бүлексәһе 2005 йылда асылған. Бында ауыр хәлдә ҡалған граждандар, инвалидтар һәм йәшәр мөйөшө булмаған кешеләр килә. Әле Йәрмәкәй, Бәләбәй, Бишбүләк райондарынан, шулай уҡ Өфө ҡалаһынан һәм башҡа яҡтарҙан 24 кеше тәрбиәләнә.– Тормошта төрлө осраҡтар була инде... Беҙгә туғандарына ла, ғәзиз балаларына ла кәрәкмәгән кешеләр йыш мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, бик үкенесле күренеш, – ти бүлексә мөдире Әнүәр Мәрүән улы Закиров. – Һәр кемгә йылы һүҙ табырға, гелән яҡшы мөнәсәбәттә булырға тырышабыҙ. “Йылы һүҙ – йән аҙығы” тип бушҡа әйтмәй бит халыҡ мәҡәле.
Интернатта йәшәүселәргә бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған, аш, ял, йыуыныу бүлмәләре бар. Телевизор ҡарарға, гәзит-журнал уҡырға була. Бинаның тирә-яғын аҡ ҡайындар, ғорур ҡарағайҙар уратып алған, шуға ла күптәр ваҡытын саф һауала үткәрергә ярата. Физик эш менән шөғөлләнеү өсөн дә мөмкинлек бар. Мәҫәлән, ир-егет хужалыҡ мәшәҡәттәренән бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай: ҡыш ихласлап ҡар көрәйҙәр, йәй биләмәне дәртләнеп йөрөп сүп-сарҙан таҙарталар. Ҡатын-ҡыҙ бүлмәләрҙе даими йыйыштырып тора. Күңелһеҙләнеп ултырырға сәбәп юҡ тиерлек.
Бүлмәлә икешәр-өсәр кеше йәшәй. Ял көндәрендә күмәкләшеп райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына, концерттарға йөрөйҙәр. Етәкселек билдәләүенсә, бында тәрбиәләнеүселәр күптән инде “туғанлашып бөткән”.
Район хакимиәте етәкселеге интернаттағыларҙың хәлен белешеп тора, кәрәк ваҡытта ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Яңы йыл байрамы булһынмы, Ватанды һаҡлаусылар йәки Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөмө, Ҡорбан йәки Ураҙа ғәйетеме – күстәнәс-бүләктәрен тотоп, ололар янына ашыға улар. Район үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла килеп, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен күреп китә. Йәрмәкәй район үҙәк дауаханаһының табиптарына, шәфҡәт туташтарына ла интернатта тәрбиәләнеүселәр сикһеҙ рәхмәтле.
– Көнөнә дүрт тапҡыр ашаталар, ризыҡтары һәйбәт, тәмле. Байрам көндәре айырыуса ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алына, сөнки байрам табынына махсус рәүештә бәлештәр, бишбармаҡ әҙерләнә, – ти интернат мөдире Әнүәр Закиров.
Ял көндәрендә район үҙәгенән шәхси эшҡыуар килеп, ололарҙы сифатлы һәм арзан хаҡҡа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Кистәрен күптәр аш бүлмәһендә сәй ҡайнатып, тәмлекәстәр менән тамаҡ ялғай.
“Беҙгә бында йәшәүе оҡшай. Шөкөр, хөрмәт итәләр, иғтибарлылар, бер генә үтенесебеҙ ҙә яуапһыҙ ҡалмай”, – тине ололар, интернат шарттары менән ҡыҙыҡһынғас.
Әлбиттә, тәрбиә йортона төрлө юл менән килеп эләгәләр. Фәнүз исемле уҙаман ҡасандыр Афғанстанда хеҙмәт итеп ҡайтҡан да тыуған яғында эшкә урынлашҡан. Ғаилә ҡороп, балалары тыуғас, бер осор “йәшел йылан” менән дуҫлашып алған ул. Шунлыҡтан тора-бара эшһеҙ ҡалған, ғаиләһе тарҡалған – ғәзиздәре уны өйөнән ҡыуып сығарған. Аҙаҡ үкенгән Фәнүз, әммә һуң инде. Урамда тороп ҡалғас, берәҙәккә әйләнгән. Һалҡын ҡышта өшөп, аяғына һыуыҡ үткәргән, атлай алмаҫлыҡ булған. Бәхетенә күрә, бер иптәше уны урамда осратып, ысын мәғәнәһендә үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған – Йәрмәкәй районындағы интернатҡа урынлаштырған. “Үлем менән күҙгә-күҙ осрашып, ҡанлы һуғыштарҙы үтеп ҡайтҡан кешенең, “йәшел йылан” тоҙағына эләгеп, ошо хәлгә ҡалыуын әйт инде! Бында бер кемдең ғәйебе юҡ. Интернат етәкселегенә оло рәхмәт, мине кеше иттеләр, хәмерҙе башҡаса ауыҙыма ла алмаясаҡмын”, – ти хәҙер Фәнүз.
Шуныһы ҡыуаныслы: бында һәр тәрбиәләнеүсенең хәлен аңлаған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Ике шәфҡәт туташы көнө-төнө һаулыҡ һағында торһа, тәрбиәселәр ҙә иғтибарҙан өҙмәй.
Әлбиттә, интернатта ололарҙың көнитмеше яҡшы һәм күңелле кеүек, әммә барыбер үҙ ғаиләңдә, балаларың, туғандарың янында хәстәрлеккә солғанып йәшәүгә бер ни етмәй.