Яҙға – яңы көс менән23.03.2016
Яҙға – яңы көс менән Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре сәсеү алды мәшәҡәттәрен кисергән кеүек үк, урмансылар ҙа яңы миҙгелде эшкә сумып ҡаршылай. Үҫентеләрҙе тәрбиәләү, техниканы ремонтлау, ағас ултыртыу өсөн ер әҙерләү...

– Мәғлүм булыуынса, беҙҙең район биләмәһенең 80 проценты самаһын урман биләй. Япраҡлы ағастар күпселекте тәшкил итә, – ти Нуриман урман хужалығы директоры Арыҫлан Мырҙагилдин. – Техника эшкә тулыһынса әҙер тип әйтергә мөмкин. Йәшеллекте яһалма тергеҙеү – 70, урман культураларын тулыландырыу 28 гектарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Әйткәндәй, тәүгеһе буйынса республикабыҙ илдә алдынғылар рәтендә килә. Урман культураларын хәстәрләү йәһәтенән дә иң юғары күрһәткес – беҙҙә.
Яҙғы эш өсөн хужалыҡта 80 килограмм орлоҡ әҙерләнгән, шуның яртыһы – ылыҫлыларҙыҡы. Ғәҙәттә ҡарағайҙыҡын Белореттыҡына алмаштырып алалар икән: бындағы урмандың ҡеүәте артырға тейеш. Унан тәбиғәткә лә, халыҡҡа ла файҙа ҙурыраҡ буласаҡ.
Яңы миҙгелгә әҙерләнгәндә янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеүгә лә ҙур урын бирелә. Был йәһәттән төрлө урында, учреждениеларҙа, сходтарҙа аңлатыу эше алып барыла. Урман һуҡмаҡтарынан тыш, янғын мәлендә техника үтә, һыу ятҡылығына бара алһын өсөн һалынған махсус юлдар гелән ҡараулы, тәртиптә тотола.
Нуриман урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре яҙҙы яңы маҡсаттар менән ҡаршылай. Мәҫәлән, заманса ҡорамалдар алып, эшкәртеү цехының ҡеүәтен арттырмаҡсылар. Тимәк, эшмәкәрлек майҙаны тағы ла киңәйәсәк.
– Урман хужалығы тармағының былтырғы һөҙөмтәләре буйынса үткәрелгән кәңәшмәлә министр Динир Әхмәтйәнов республикала фанера, ДСП, ҡатырға, йорт йыһаздары, биояғыулыҡ етештереү өсөн байтаҡ мөмкинлек барлығы хаҡында белдергәйне, – ти Арыҫлан Рәмил улы. – Әммә бының өсөн төп сеймал булырлыҡ япраҡлы урмандан үҙләштерелмәгән ҡырҡын ҡала. Сәбәбе – уларҙы эшкәртеү өсөн заманса ҡорамалдарҙың булмауы, ҡайһы бер диләнкәләргә барыу юлының насарлығы, техниканың иҫкелеге. Тимәк, беҙгә тәү сиратта ошо мәсьәләләрҙе яйға һалыу бурысы йөкмәтелә.
Ә маҡсаттарҙың тормошҡа ашырына һис шикләнмәй Арыҫлан Мырҙагилдин. Хеҙмәткәрҙәре уңған, һәр эште күтәреп алырға ғына торалар. Араларында тотош ғүмерен ошо өлкәгә бағышлағандар ҙа, урмансы “һурпа”һын яңы татый башлағандар ҙа бар. Уларҙы уртаҡ сифат – тәбиғәтте мөкиббән яратыу, уны һаҡларға ынтылыш – берләштерә. Фиҙакәрлек һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Мәҫәлән, күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн тракторсы Ғәфүр Яҡупов менән төп белгес-эксперт Ривал Әсләмов күптән түгел Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. “Бындай иғтибар һөнәр буйынса даими камиллашыуға этәргес бирә”, – ти уңғандар.
Нуриман урман хужалығы директоры әйтеүенсә, уларҙың биләмәһендә заман талаптарына ярашлы бүтән башланғыстарға ла юл һалына. Мәҫәлән, Ишморат ауылы яғында балыҡ үрсетеү ойошторола. Ул яҙға эш башларға тейеш. Пилот проекты импортҡа алмаш мәсьәләһен яйға һалыуға үҙ өлөшөн индерәсәк.







Вернуться назад