Исемең матур, уны һаҡла07.03.2012
Исемең нисек һинең, ҡыҙым? Әҙиләме, Лилиәме, Гөлйемешме, Зөһрәме?.. Һин үҙ исемеңде яратырға, уны һаҡларға тейешһең.
Һәр ата-әсә ҡыҙын — иң гүзәле, әҙәплеһе, улын батыр, ғәҙел, тәүәккәл итеп күрергә теләй. Шуға ла исемдең дә иң матурын, яңғырашлыһын, мәғәнәлеһен һайлай. Мәҫәлән, Фәриҙә — үҙенсәлекле, берҙән-бер; Камила — һәр яҡлап үҫешкән, һәләтле; Нәзирә — өлгөлө, һылыу; Хәлиҙә — мәңге, үлемһеҙ; Шәүрә — данлыҡлы; Гөлназ — сәскә кеүек наҙлы; Айзирәк зирәклеге менән һоҡландырыусы тигән мәғәнәгә эйә.
Яҡындарыбыҙ ҡушҡан исем беҙҙе ғүмер буйына оҙата йөрөй. Уны, башҡа милләттәрҙекенә оҡшатам тип, боҙмай, шул килеш һаҡларға кәрәк. Изге эштәр башҡарһаң, үҙеңдән тыш исемең дә данға күмелер.
Сәғирә ЮЛҒОТЛИНА.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад