“Сибай быраулау реагенттары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ҙур үҫеш ҡеүәтенә эйә булған йәш предприятие. Ул 2014 йылдың декабрендә элекке Сибай һөт-консерва комбинаты майҙансығында асылған. Предприятиеның генераль директоры – Гарри Владимирович Акопян, ойоштороусыһы – Владимир Никифорович Степанов.Завод быраулау иретмәләре өсөн майлы өҫтәмәләр, шыйығайтыусы реагенттар, ингибиторҙар, полимер реагенттар, ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары һәм кер йыуыу порошоктары компоненттары етештерә. Шулай уҡ Голландияла эшләнгән “Ангидро” маркалы өс киптергестә сит ойошмаларҙың шыйыҡ сеймалын эшкәртеү һәм алынған порошокты төрөү буйынса түләүле хеҙмәт тә күрһәтәләр бында. Ҡорамал сәғәтенә өс тоннаға тиклем дымды киптереү ҡеүәтенә эйә.
Былтыр предприятиеға тиҫтәләрсә миллион һум инвестиция һалынған. Әҙер продукция 25 килограмлыҡ полипропилен тоҡсайҙарҙа, 200 килограмлыҡ мискәләрҙә, 500-1000 килограмлыҡ “биг-бег”тарҙа автомобиль һәм тимер юл транспортында ташыла.
Голландияла һәм Германияла етештерелгән ҡорамалдар предприятиела баҙарҙа конкурент булырлыҡ тауар сығарыу мөмкинлеген бирә. Әле бында айына 5 мең тонна продукция етештерелә. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт һәм продукция төрҙәрен киңәйтеү буйынса даими эш алып барыла. Яҡшы йыһазландырылған лабораторияла белгестәр реагенттарҙың техник-иҡтисади үҙенсәлектәрен яҡшыртыу, баҙарҙа ихтыяж ҙур булған яңы төр продукция эҙләү менән мәшғүл.
Реагенттар етештереү менән бер рәттән предприятиены үҫтереүҙең яңы йүнәлеше үҙләштерелде. Хәҙер бында гидратацияланған натрий һәм калий силикаты порошогын да сығаралар. Һыуҙа тиҙ иреүсән порошок көнкүрештә лә, сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында ла күпләп ҡулланыла. Тиҙҙән уны халыҡ ихтыяждары өсөн бәләкәй тоҡсайҙарға тултырыу линияһы сафҡа инәсәк. Был линия Рәсәйҙә натрий һәм калий силикаты порошогын аҙлап фасовкалау буйынса берҙән-бер предприятие буласаҡ. Завод продукцияһы һалҡындан ҡурҡмай, ташыу йәһәтенән дә, келәттә һаҡлау яғынан да ҡулай.
Предприятие етештергән реагенттарҙың юғары техник күрһәткестәре Яңы Уренгой, Ҡаҙағстан һәм Төркмәнстан ятҡылыҡтарындағы быраулау ҡулайламаларында ла тейешле баһаһын алды.
Әйткәндәй, барлыҡ продукцияға рөхсәт һәм норматив-техник документтар: яраҡлылыҡ, ҡулланыу сертификаттары, хәүефһеҙлек паспорты, техник шарттар бар. Предприятие физика-химия һәм микробиология лабораторияһы менән тәьмин ителгән. Ул сеймалға контроллек итеү, етештерелгән тауарҙың сифатын күҙәтеү менән шөғөлләнә.
Былтыр декабрҙә “Геопан” полимер реагентының һынау партияһы сығарылды. Ул быраулау иретмәләрендә һыу миҡдарын кәметеү, иретмәләрҙең сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. Әле реагент өлгөһө лабораторияла экспертиза үтә. Ҡулай техник үҙенсәлектәргә эйә булған осраҡта уны ҙур күләмдә етештереү күҙаллана.
Сибай заводының продукцияһы Ырымбур өлкәһендәге, Ямал-Ненец автономиялы округындағы (Яңы Уренгой ҡалаһы), Татарстандағы нефть компанияларына, шулай уҡ Төркмәнстанға һәм Ҡаҙағстанға оҙатыла. Тауар экспортын арттырыу йәһәтенән дә байтаҡ эш башҡарыла. Киләсәктә Иран, Азербайжан, Вьетнам менән бәйләнеш булдырыу күҙаллана.
“Сибай быраулау реагенттары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеккә һәр саҡ әҙер. Бәйләнеш өсөн мәғлүмәт: 453830, Сибай ҡалаһы, Көнсығыш шоссе урамы, 1/5, электрон почта:
[email protected], телефон: (34775) 2-38-49.