Өйләнеүгә сират юҡ23.03.2016
Башҡортостан халҡы өсөн электрон дәүләт хеҙмәттәре күбәйәсәк. Әлеге мәлдә федераль порталда 45 төрлө хеҙмәттән файҙаланырға була. Халыҡ араһында иң әүҙем ҡулланылғаны – ЮХХДИ штрафтарын ҡаплау. Бынан тыш, һалым һәм суд иғәнәләрен түләү, Рәсәй һәм сит ил паспорттарын алыу, алмаштырыу өсөн йыш мөрәжәғәт итәләр.

Быйыл, тейешле эштәр тамамланғас, ЗАГС-ҡа ғариза биреүҙе лә Интернет аша ғына атҡарырға мөмкин буласаҡ.
– Дәүләт хеҙмәттәре порталында республиканан 470 мең кеше теркәлгән. Быйыл был һан тағы ла бер нисә тапҡырға артыр тип күҙаллайбыҙ, – ти Башҡортостандың Мәғлүмәт­ләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Шәғәлин.
Порталда теркәлеү төрлө инстанцияларға йөрөүҙән, сиратта тороуҙан азат итә. Кәрәкле документтарҙы Интернет аша алдан хәстәрләп, тәғәйен ваҡытта, сиратһыҙ ғына килеп алып китергә була. Сайттың адресы: www.gosuslugi.ru



Вернуться назад