Елек донорҙары туплана23.03.2016
Ошо көндәрҙә Өфөлә Елек донорҙарының милли регистрына инеү өсөн ҡан тапшырыу акцияһы ойошторолдо. Сараны Республика ҡан биреү станцияһы һәм ҡаты сирле балаларға ярҙам буйынса “Юғалтыуҙар юҡ” хәйриә фонды үткәрҙе.
Бындай акция тәүгеһе түгел. Електең потенциаль донорҙары өсөн ҡан биреүгә арналған ике сара былтыр йәй уҙғарылғайны.
Әлеге сара барышында 31 кеше ҡан бирҙе. Донорҙарға процедураны раҫлаған сертификаттар тапшырылды. Артабан ҡан өлгөләре туҡымаларҙың тап килеүе өсөн яуап биргән гендар йыйылмаһын асыҡлау маҡсатында Санкт-Петербургтағы Раиса Горбачева исемендәге Балалар онкологияһы, гематологияһы һәм трансплантологияһы институтына ебәреләсәк. Фенотипты билдәләү буйынса ҡиммәтле ғәмәл хаҡын Рәсәй ярҙам фонды һәм “AdVita” фонды түләй. Тикшереү һөҙөмтәләре компьютерҙағы мәғлүмәттәр базаһына индерелә.
Әйткәндәй, ҡан тапшырырлыҡ 18 – 45 йәшлек һау-сәләмәт кеше елек доноры була ала. Бының өсөн венанан бер нисә миллилитр ҡан биреү шарт. Сара хаҡында “Бәйләнештә” селтәрендәге “Юғалтыуҙар юҡ” хәйриә фондының донорлыҡ проекты төркөмөндә танышырға мөмкин. Ошонда уҡ киләһе акцияға яҙылырға ла була.