Күмәк көс һалынһа...23.03.2016
Әлшәй районы үҙәгендәге 4-се мәктәп электрон белем биреү йәһәтенән алдынғы уҡыу йорттарының береһе һанала. Учреждениела “Үҫтереүсе рефлексив-баһалау технологияһы”нан файҙаланалар. Уның авторы – Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ғалимы Булат Юнысбаев.

Төбәктә ошо мәктәп кеүек заманса ысулға күскән мәғариф учреждениелары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә күп түгел. Бының сәбәптәрен билдәләү, мәсьәләне яйға һалыу йәһәтенән электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса республика Башлығы ҡарамағындағы Советтың күсмә улты­рыштары даими үткәрелә. Сараның сираттағыһы Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында ойошторолдо.
– Мәғлүм булыуынса, беҙҙә мәктәптәрҙе заманса йыһазландырыу йәһәтенән бихисап эш башҡарылды. Электрон белем биреүҙе киң йәйелдереү өсөн бөтөн уңайлыҡтар бар, – тине саралағы сығышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Ләкин үҫешкә һаман да бер үк мәсьәләләр ҡаршылыҡ күрһәтә: яңыса уҡытыуҙы ойоштора белмәү, ҡануниәттә был йүнәлеш буйынса айырым ҡағиҙәләрҙең булмауы, ресурстарҙың аҙлығы, ҡалыпҡа һа­лынған мөхитте үҙгәртә алмау... Электрон белем биреүҙе ғәмәлгә индереү – барлыҡ йәмғиәттең бурысы. Мәктәптә киләсәгебеҙ тәрбиәләнгәнен оно­торға ярамай. Сәнәғәт, бизнес һәм башҡа барлыҡ өлкәләрҙең тырыш­лыҡ һалыуы мөһим.

(Сара хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ).


Вернуться назад