Анкета тултырҙығыҙмы?23.03.2016
1 апрелдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен иҫәпкә алыу тамамлана. Йүнселдәрҙең эшмәкәрлеген федераль статистика күҙәтеүе илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә үткәрелә.
Сара барышында республикабыҙҙағы 138,2 мең хужалыҡ субъекты тикшерелергә тейеш. Улар иҫәбенә 84 меңдән ашыу шәхси эшҡыуар, 54 мең самаһы бәләкәй һәм 300-ҙән ашыу уртаса предприятие инә.
Күҙәтеү йомғаҡтары буйынса ошо өлкәләге хәл хаҡында тулы мәғлүмәт аласаҡбыҙ. Һөҙөмтә, әлбиттә, ҡатнашыусыларҙың әүҙемлегенә бәйле. Был мәғлүмәттәр нигеҙендә илебеҙҙә йүнселдәргә ярҙам күрһәтеүҙең өр-яңы саралары ғәмәлгә индереләсәк.
1 апрелгә тиклем барлыҡ эшҡыуарҙарға анкета тултырыу шарт. Һорауҙарға Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостандағы территориаль органы сайтына инеп электрон төрҙә яуап бирергә, шулай уҡ анкетаны “Башҡортостанстат”ҡа килтерергә, урындарҙағы дәүләт статистикаһы бүлектәренә тапшырырға йәки почта аша ебәрергә мөмкин. Хужалыҡ итеүсе субъект 2015 йылда эшмәкәрлеген тормошҡа ашырмаған осраҡта ла тикшереүҙә ҡатнашырға тейеш.
Саранан тайпылған өсөн вазифалы кешеләргә – 10 – 20 мең һум, юридик берәмектәргә 20 – 70 мең һумға тиклем штраф һалына. Штраф түләү ҙә йүнселде үҙе хаҡында мәғлүмәт тапшырыуҙан азат итмәй.