Йәнтимер ауылындағы алты балалы Апляевтар ғаиләһендәге өсөнсө бала Сергей Иванай урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 1982 йылдың апрелендә, хәрби хеҙмәткә саҡырыла. – Бик күңелһеҙ көн ине. Аяҡ аҫты батҡаҡ, епшек ҡар яуа... — тип иҫкә ала ул мәлде Сергей Иванович.
Өфө ҡалаһында ике көн булғандан һуң Башҡортостандан саҡырылған 170 егетте Куйбышев (хәҙерге Һамар) ҡалаһына алып китәләр. Унда хәрби кейем кейәләр һәм өсөнсө көн тигәндә самолетҡа ултырып Ташкентҡа осалар. Егеттәр ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итәсәктәрен дә белмәй. Ташкенттан поезға тейәлеп Сәмәрҡәндҡә юлланалар. Бында өс аҙна торалар, хәрби ант ҡабул итәләр һәм инженер ғәскәре составында Афғанстан еренә аяҡ баҫалар.
— Ҡабулдан йыраҡ түгел бригада полкы урынлашҡайны. Шунда хеҙмәт итергә тура килде. Үрге Иванай ауылынан Геннадий Байбулатов автобатальонға эләкте, ә мин Курастан Александр Макаров менән бергә хеҙмәт иттем. Тау аръяғында атышыуҙар, шартлауҙар көнө-төнө тынманы. Тәүлегенә нисәмә тапҡыр “тревога”ға күтәргәндәрҙер, хәтерләмәйем. Һуғыштың эсендә булмаһам да, дары еҫе таныш миңә, һөжүм итеүҙәр булды. Калашников автоматы иңебеҙҙән төшмәне. Бәхеткә, яраланманым. — Ир уртаһы яугир-интернационалсы хеҙмәт йылдарын хәтерләгәндә әле лә тетрәнеп ҡуя.
Ике йыл да дүрт ай хеҙмәт итә райондашыбыҙ. 1984 йылдың авгусында ғына ауылына ҡайта. Ул ваҡыттағы алдынғы “Большевик” колхозында механизатор булып эшләй. “ДТ-75” тракторын хеҙмәтләндерә. Тырышлығы алдынғылар рәтенә сығара. Ышаныслы егеткә хужалыҡҡа ҡайтарылған өр-яңы техниканы бирәләр. Уҡып водитель таныҡлығы алған килеш тә бер нисә йыл дауамында яратҡан эшенән айырылмай.
— Ул осорҙа йәш кешегә яңы тракторға ултырыу бер ғорурлыҡ ине, — ти Сергей Иванович, матур кисерештәрен яңыртып.
Ауылдаш ҡыҙы Ирина менән ғаилә ҡороп йәшәй башлай. Колхоздың техника паркы яңыртыла, тулылана. Сергей Апляев “Урал” машинаһына күсә. Һуңынан “ГАЗ-53”-тө хеҙмәтләндерә.
Апляевтар ғаиләһендә бер-бер артлы донъяға килгән ике ул, бер ҡыҙ ҙа үҫеп буй еткерә, улар һәр ҡайһыһы уҡып һөнәр үҙләштерә. Улдары ғаиләле, үҙҙәре ҡыҙ һәм малай үҫтерә, ҡыҙҙары күптән түгел генә уҡыуын тамамлап ҡайтҡан.
Яугир-интернационалсы Сергей Апляев “Афған һуғышы ветераны” билдәһе менән бүләкләнгән. Шулай уҡ уның күкрәген “Рәхмәтле афған халҡынан — яугир-интернационалсыға”, “СССР Ҡораллы Көстәренә — 70 йыл”, “Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр тамамланыуҙың 25 йыллығы иҫтәлегенә” һәм башҡа юбилей миҙалдары биҙәй.
Апляевтар тырышып донъя көтә. Төпкөлдә урынлашҡан Йәнтимер ауылында һоҡланғыс тормош алып барған ғаиләләрҙең береһе улар.