Тәбиғәт йоҡонан уяна, ҡояш нурҙарына иркәләнеп түбәләрҙән тәүге тамсылар тама. Шундай саҡта үҙенән-үҙе донъяға һоҡланаһы килә. Ә донъя беҙ йәшәгән ерҙән башлана. Был осраҡта һүҙ ҡала мөхите хаҡында бара. Меңдәрсә кешелек ҡалалағы күп фатирлы йорттарҙы ҡышҡы айҙарҙа йылы тотоу, эҫе һыу менән тәьмин итеү, уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн ниндәй тырышлыҡ кәрәклеген “Теплоэнерго” йәмғиәте директоры Розалия Аҡбашева яҡшы белә.– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүе – ауыр ҙа, яуаплы ла эш. Ул ифрат ҙур көс, таһыллыҡ, сослоҡ талап итә. Ең һыҙғанып тир түккәндә генә һөҙөмтәһе үҙеңде лә, халыҡты ла ҡыуандыра. Шуға күрә беҙҙә уңғандар, тырыштар, үҙ көсөнә ышанғандар ғына эшләй, – ти етәксе, үҙенең хеҙмәттәштәре менән ғорурланып.
Ғорурланырлыҡ та шул! Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһында ғына түгел, республикала алдынғы булып танылған. Тап ошо көндәрҙә Розалия Аҡбашеваның фиҙакәр хеҙмәтен баһалап, уны “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре” исеме менән бүләкләнеләр. Улар хеҙмәтләндергән йорттарҙа йәшәгәндәр хаҡлы рәүештә, йәмғиәттән уңдыҡ, тиҙәр, сөнки хеҙмәтләндереү сифаты юғары.
Розалия Аҡбашева оҙаҡ йылдар “Бәләбәйавтонормаль” заводында баш бухгалтер булып эшләй. “Башкиргаз” йәмғиәтенең “Бәләбәй” филиалында тәжрибә туплай. Һуңғы ун йылда “Теплоэнерго” йәмғиәтенә етәкселек итә. Зифа буйлы, йөҙ һәм күңел күркәмлеге менән үҙенә тартып торған нәзәкәтле был ханымдың сәмлелегенә, саялығына, ойоштороу маһирлығына һоҡланмау мөмкин түгел.
Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһындағы биш эре ҡаҙанлыҡтың эше өсөн яуаплы, бынан тыш, Приют, Аксаков ҡасабаһында, “Аҡсарлаҡ” балалар һауыҡтырыу комплексында – йәмғеһе ун бер ҡаҙанлыҡтың эшен көйләй. Предприятие йөҙ саҡрымдан ашыу йылылыҡ селтәрен хеҙмәтләндерә, ҡалалағы 521 торлаҡ йортто йылы һәм 138-ен эҫе һыу менән тәьмин итә.
Быйыл ун йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк йәмғиәт Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы тәҡдиме буйынса тармаҡта Рәсәйҙең ун алдынғы ойошмаһы милли реестрына индерелде. “2013 йыл предприятиеһы” исеменә лайыҡ булыуҙары ла оло абруй, фиҙакәр хеҙмәт хаҡында һөйләй.
Розалия Аҡбашева быны тотош коллективтың уңышы тип билдәләй. Предприятиела тырыш эшсәндәр етерлек. Баш энергетик Ришат Заһретдинов, баш инженер Риф Хәйретдинов, участка начальнигы Владислав Болдырев, баш бухгалтер Римма Камартдиноваға таяна етәксе. Ғаилә династияһынан Әхмәҙиевтәр, Ғилметдиновтар, Водопьяновтар, Филенко, Лущиц ғаиләләре уңғандары тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә эшкә тотонорға әҙер.
“Теплоэнерго” хеҙмәткәрҙәре Бәләбәй халҡынан үҙҙәренең эшмәкәрлеге айҡанлы тик рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә.