Йән фалижы22.03.2016
Йән фалижы “Дошмандарыңдан ҡурҡма – иң насар осраҡта уларҙың һине үлтереүе ихтимал. Дуҫтарыңдан ҡурҡма – иң насар осраҡта улар һиңә хыянат итер. Битарафтарҙан ҡурҡ – улар үлтермәй ҙә, хыянат та итмәй, әммә донъялағы бар хыянат һәм үлтереш уларҙың өнһөҙ ризалығынан башҡарыла”. Польша яҙыусыһы Бруно Ясенскийҙың был ҡанатлы һәм тәрән мәғәнәле һүҙҙәрен ишетмәгән кеше юҡтыр. Ғөмүмән, битарафлыҡ – һәр кешегә таныш булған иң фажиғәле сифаттарҙың береһе. Сөнки яҡындарыңдың, Тыуған илеңдең яҙмышына ҡарата вайымһыҙлыҡтан да ҡурҡынысыраҡ нәмә юҡтыр.

Нимә һуң ул битарафлыҡ? Аңлайышлыраҡ булһын өсөн шартлы рәүештә ябай ғына бер-ике ваҡиғаны күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Мәҫәлән, һин ашығып иң яҡын кешеңдең туйына китеп бараһың, ти. Юл уртаһында ятҡан осло бер тимер киҫәге күҙеңә салынды, тик унда һинең эшең юҡ – ята бирһен әйҙә. Бына һин туй барған йортта. Тиҙҙән кейәү булаһы егет тә килеп етергә тейеш. Ләкин... егет ултырған машинаның тәгәрмәсенә бая һин күргән осло тимер киҫәге эләгеп, ул ава­рияға осрай һәм һәләк була... Юлда ятҡан шул тимерҙе ситкә алып ташларға һинең ҡулыңдан килә ине бит, ләкин битарафлығың арҡаһында буласаҡ туй мәжлесе йыназаға әүерелде.
Йә булмаһа, автобуста китеп бараһың, ти. Йәйелеп ултырған бер йәш егет эргәһендә өлкән йәштәге әбей баҫып тора. Әлбиттә, был һиңә ҡағылмай, ауыҙыңа һыу уртлағанһың. Был осраҡ фажиғә менән тамамланмаһа ла, оло кеше нисек ыҙаланып баҫып барыуын үҙе генә белә. Ә бит йәш егеттең намыҫын ҡуҙғатырлыҡ һүҙ әйтһәң, телең өҙөлөп ҡалмаҫ ине.
Психологтар билдәләүенсә, 20-30 тапҡыр ҡабатланған ҡылыҡ ғәҙәткә әйләнеүсән. Күңелеңә һеңгән ғәҙәттән айырылыуы, ай-ай, ауырға тура килә аҙаҡ. Арынып булһа әле!..
Миҫал өсөн килтерелгән ошо ике ваҡиға вайымһыҙлыҡтың ниндәй һөҙөмтәгә килтереүе тураһында асыҡ һөйләй. Шулай итеп, битарафлыҡ – тирә-яҡ мөхиткә, кешеләргә, хәл-ваҡиғаларға ҡарата ҡул һелтәп ҡарау, үҙ тормошоңдо яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышмау ул. “Миңә барыбер...”, “Был миңә ҡағылмай...”, “Был мине ҡыҙыҡһын­дыр­май...”, “Теләһә нишләһен...” – ошондай һүҙ­ҙәрҙе һәр беребеҙҙең ишеткәне йә әйткәне бар. Улар утҡа һибелгән һыу кеүек кешенең рухи усағын һүндерә, хатта “тере мәйеткә” әйләндерә тиһәк тә, арттырыу булмаҫ.
Битарафлыҡтың төрлө сағылышы бар. Әйтәйек, никахта осрағаны – киң таралған күренеш. Ир йә ҡатын бер-береһен битарафлыҡта ғәйепләй. Уларҙың ҡасандыр дөрләгән мөхәббәтен тормош­тоң ығы-зығыһы йотҡан, бының менән килешеп, ғәҙәт буйынса ғына бергә йәшәйҙәр. Бындай ғаилә кәмәһе тормош даръяһының саҡ ҡына сайҡалған тулҡынында ла түңкәрелеп китеүсән. Яҡын кешеңә булған битарафлыҡ йыш ҡына башҡаларға, бар донъяға ҡарата вайымһыҙлыҡҡа килтерә.
Күп кенә йәштәргә битарафлыҡтың айырым бер төрө хас. Уны хатта “өлгөрөү”, “аҡыл ултырыу” менән бутайҙар. Ысын ир-егет хискә бирелергә тейеш түгел, тип иҫәпләй күптәр. Шуға күрә бәғзе йәштәр битарафлыҡ битлеге кейергә мәжбүр.
Ғөмүмән, тормошҡа, эшкә, сәйәсәткә, балаларға һәм башҡаларға ҡарата булған битарафлыҡ кешене “тере мәйет” итеү һәләтенә эйә.
Ҡайһы берәүҙәр йыш ҡына битарафлыҡты төрлө стрестан һаҡланыу сараһы итеп күрә. Әгәр кешене бер-ике тапҡыр кәмһетһәләр, ул бындай кире тойғонан ҡасырға тырыша, үҙен яҡларға теләп, ирекһеҙҙән битарафлыҡ сөңгөлөнә сума. Ләкин тора-бара был күренеш кешенең эске халәтенә әүерелә.
Ҡайһы саҡта кешелә йәмғиәткә, үҙ-үҙенә булған битарафлыҡтың ауыр осраҡтары күҙәтелә. Бының сәбәбе наркомания, эскелек, психик сир булырға мөмкин. Улар иһә бар донъяға, үҙ яҙмыштарына ҡул һелтәп, асарбаҡтар сафын тулыландырыусан. Шулай итеп, кеше хайуан кимәленә төшә. Әллә ни йыраҡ китәһе түгел, типһә тимер өҙөрлөк шап-шаҡтай ир-аттың сүплектә ҡаҙыныуын һәр кемебеҙҙең күргәне бар.
Битарафлыҡ йоғошло сир кеүек таралыусан. Вайымһыҙ кеше менән аралашҡанда, үҙең дә һиҙмәй, уның кәйефен күңелеңә һеңдереүең ихтимал. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Берәү һиңә зарын һөйләй: тегенеһе юҡ, быныһы етмәй, эш хаҡы аҙ, етәкселәр насар... Ошо кәйеф тул­ҡынына биреләһең икән, үҙеңдең дә вайымһыҙлыҡ һаҙлығына батҡаныңды абайламай ҡалаһың. Донъяға, башҡаларға, эшеңә ҡыҙыҡһыныуың һүрелә, төшөнкөлөккә биреләһең, йән һыҙланыуы юҡҡа сыға.
“Битарафлыҡ – йән фалижы, ул ваҡытынан алда үлеү”, – тигән Антон Чехов. Башҡа аҡыл эйәләре лә аяуһыҙ һығымта яһай был хаҡта: “Битарафлыҡ – йән сире”, “Битарафлыҡ – иң ҙур аяуһыҙлыҡ”, “Битарафлыҡ – енәйәт”.
Ошо урында Перу шағиры һәм яҙыусыһы Мартин Адандың әҫәренән тетрәткес бер өҙөк килтерергә була:
“– Нимәгә зарланаһығыҙ?
– Минең балам иламай!
Доктор быға аптырамай. “Барыһы ла миңә илаған балаһын алып килә, һеҙ ниңә килдегеҙ?” – тип тә әйтмәй, сөнки ул ауыртыуҙы тоймау, шуға илай ҙа алмау баланың илаҡ булыуына ҡарағанда күпкә хәүефлерәк икәнен яҡшы белә. Тиҫтәләгән анализ, тикшереү үткәргәндән һуң табип күңелһеҙ хәбәр еткерә: “Нәҫелдән килгән 5-се типтағы мотор-сенсорлы нейропатия”.
Габби Грингас исемле өс йәшлек ҡыҙ йығылһа ла иламай, сөнки ауыртыуҙы тоймай. Кескәй американка ҡулын йәки телен ҡанатҡансы тешләп ала, уйынсығын тешләйем тип тешен һындыра, бармағы менән күҙенә төртөп, күҙ алмаһын йәрәхәтләй, әммә иламай, сөнки нәҫелдән килгән дауалап булмай торған сир арҡаһында ауыртыу сигналдары уның мейеһенә барып етмәй. Һәм бала үҙ-үҙенә зыян яһай бирә. АҠШ-та йәшәгән ошо сир менән ауырыусы тағы бер ҡыҙ бала ҡыҙыу мейес өҫтөнә ҡулын ҡуйып, саҡ янып китмәй ҡала, ярай әле әсә кеше көйгән ит еҫен һиҙеп өлгөрә…
Кисен өйгә ҡайтып барам. Юл ситендә бер кеше ултыра, ул илай. Күренеп тора: хәйерсе түгел. Нимә булды, тип һорашмайынса, ниңә илайһың, тип ҡыҙыҡһынмайынса эргәһенән үтәм. Минән алда уның янынан битараф үтеп киткән бик күптәр кеүек үк. Шулай үҙ кисерештәре, ҡайғылары менән был кешене яңғыҙ ҡалдырып китә бирәбеҙ...
Йортома ҡайтып инәм. Өйҙә йылы. Күңелдә ниндәйҙер шом уяна биреп ҡуя, әммә уға әһәмиәт бирмәйем. Телевизор ҡабыҙам, каналдан-каналға күсәм. Яңылыҡтар ҡарап алырға иҫәбем. Яңылыҡтар һәләкәт хаҡында. “Даръя ташып, ҡоро ерҙе баҫҡан. Диңгеҙ ҡотороноп, йорттарҙы, машиналарҙы алып киткән, ҡалаларҙы емергән. Йөҙәрләгән кеше һәләк булған, хәбәрһеҙ юға­лыусылар меңәрләп иҫәпләнә. Меңдәрсә кеше бер нәмәһеҙ тороп ҡалған…” Тыныс ҡына ҡара­уымды дауам итәм. “Сәстәр үрә торҙо” тип аталған халәт миңә таныш түгел. Йомшаҡ кәнәфиемә сумған килеш был яңылыҡтарҙы шул тиклем тыныс күҙәтәм, әйтерһең, ул бер мажаралы кино ғына. Әйтерһең, мине күҙәтеп тороусы Ул барлығын белмәйем. 5-се типтағы нейропатия. Мин был сирҙе “тойғоһоҙлоҡ” тип атайым...
Йәнә бер ҡышҡы кистә эштән ҡайтып барам, юлымда ун ике-ун өс йәштәрҙәге өс үҫмер тап була. Ҡулдарында тәмәке, бер-береһенә әйткән һүҙҙәре оялыштан ҡыҙарынырға мәжбүр итә. Ундай һөйләште ҡайҙан ғына өйрәнгәндәр тиң! Кейемдәре бысраҡ, ә үҙҙәренең эсендә лә, ҡиәфәтендә лә – хаос. Улар янынан да тыныс үтеп китәм, әйтерһең, быныһы ла минең тормошомда ҡәҙимге күренеш. Ҡайтып етәм, өй йылыһына кинәнәм. Һәм тағы ла эстә уяна биреп ҡуйған борсолоуға иғтибар итмәйем.
Донъяла күпме “юғалған” бала, “юғалған” кешеләр бар… “Күтәрә алмаҫлыҡ” проблемалар ни ҡәҙәр!.. Улар алдында минең йөрәгем, битарафлыҡ упҡынына ырғытып ҡуйылған йөрәгем, бер мәлгә лә тертләмәйәсәк! Ул робот һымаҡ, йәнһеҙ рәүештә тибеүен дауам итә…
Беҙ, кешеләр, ҡайһы саҡ онотоуға һылтанабыҙ. “Кешегә онотоу тойғоһо хас”, – тип үҙемде яҡларға тырышам. Был һүҙҙәр мине тынысландыра. Барыһын да ныҡлап анализлағас, үҙемдәге сирҙе күрмәй ҡала алмайым. Эйе, танырға мәжбүрмен: мин – ауырыу. Был сир онотоуға бәйле түгел, сөнки ниндәйҙер хилаф хәлгә шаһит булғанда йөрәгем тертләмәне, унда бер нәмә лә һелкенмәне. Мин, ғөмүмән, борсолмайым. Ә бит күргән ваҡи­ғаларымдың береһендә тап үҙем була ала инем! Бер кемгә лә кәрәкмәгән шул балалар араһында ла, ҡайғыға ҡалған кеше сүрәтендә лә... Һәләкәттән зыян күргән, был донъяла бер нәмәһеҙ тороп ҡалған кеше урынында ла… Күҙ күргән нәмәләр йөрәгемә барып етмәй, тимәк, мин – ауырыу!
Беҙ телевизор алдында ултырған үҙ-үҙебеҙгә, ауыр һулап ҡуйған йәмәғәтебеҙгә битараф була барабыҙ. Балаларыбыҙға битарафбыҙ – хәлең нисек, тип һо­рамайбыҙ, күңел кисерештәре менән ҡыҙыҡһынмайбыҙ, ҡулындағы телефоны менән бергә беҙҙән ни ҡәҙәр алыҫ икәнен уйламайбыҙ. Интернетҡа мөкиббән бирелеүҙәренә битарафбыҙ. Технологиялар, комфорт, социаль селтәрҙәр арҡа­һында үҙ эсенә бикләнә барған йәмғиәткә ҡарата битарафҡа әйләндек. Шуға барып еттек: виртуаль донъяла башыбыҙҙы юғалтып, эргәбеҙҙә нимәләр булыуына, барлығына битарафбыҙ. Беҙҙең өсөн балаларыбыҙҙың өйҙә ултырыуы мөһим, ә улар ни хәлдә, нимә ҡарай, нимә эшләй – беҙгә барыбер.
Кескәй ҡыҙыбыҙға Синди ҡурсағы һатып алабыҙ. Ҡыҫҡа ғына итәкле шул уйынсығын ҡыҙыбыҙ бик ярата… Балаларыбыҙҙың мәктәпкә йөрөткән портфелендә – Үрмәксе-кеше һүрәттәре.
“Заманса” ғаилә хаҡында сериал ҡарайбыҙ. Ғаилә ҙур: йәш ир менән ҡатын, ҡайны менән ҡәйнә, балалар. Бына иртәнге сәйгә йыйылғандар, килен кеше эске күлдәктә ултыра. Барыһына ла рәхәт, уңайлы. Шунда уҡ яулыҡ ябынған хеҙмәтсе ҡатын тора. Сәсен ҡаплаған ханым. Аһ, ғәфү, ханым түгел – хеҙмәтсе! Балаларыбыҙҙың төпкө аңына инеп һеңгән ошо сәйер күренешкә битарафбыҙ.
Мин ауыртыуҙы тоймайым. Гонаһтарым, хаталарым мине утҡа һала, әммә ауыртыу тоймайым. “Изге ауыртыныу” юҡ.
Ғазапланыу ул үҙебеҙ күрмәгән ҡайғыны ла ҡабул итеүҙе, донъяның һәр мөйөшөндә, кемгә генә булһа ла килгән бәлә өсөн яуаплылыҡ тойор кимәлдә һиҙгер булыуҙы аңлата. Яна башлауын да тоймай утҡа табан йүгергән йәш быуындан көйөк еҫе килгәнен һиҙеп, әсә наҙы менән ярҙамға ташланыуҙы.
Доға… Ғазап тулы доғаларһыҙ бында мөмкин түгел. Булдымы минең шундай доғам?! Ауыртыныу тоя башланыммы? Юҡ икән, тимәк, уттан да ҡотолоу юҡ миңә!”
Йәмғиәт, кешелек, тирә-яҡ мөхит, яҡындарыбыҙ өсөн “ауыртыныу” тойғоһон юғалтманыҡмы беҙ? Үҙем матбуғат өлкәһендә байтаҡ йылдар эшләгән кеше булараҡ, йөрәгемә яҡын булған мөхит тураһында ла телгә алғым килә. Тыуған ер, милләт, тел мәсьәләләре – башҡорт халҡының иң көнүҙәк проблемалары. Тап ошондай осорҙа милләттәш­тәребеҙ араһында аңлатыу эше алып барыу, милли үҙаңды үҫтереү, халҡыбыҙҙы битарафлыҡ сиренән йолоп ҡалыу, алама ғәҙәттәрҙе ауыҙ­лыҡлау, илһөйәр быуын тәрбиәләү, мәктәптәрҙә әсә телен уҡытыуҙа ҡыҫҡартыуҙарға юл ҡуймау көн үҙәгендә тора. Был осраҡта матбуғаттың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Гәзит-журнал уҡы­маған кешене диңгеҙҙә компасһыҙ ҡалған карап менән сағыштырырға мөмкин. Ысынлап та, әҙәм балаһы өсөн ваҡытлы матбуғат баҫмалары – тормош даръяларында йүнәлеш биреп торған компас һымаҡ ул. Бөгөн хәлебеҙ нисек һуң беҙҙең? Тормош тулҡындары араһында аҙашмайбыҙмы? Елкәндәрен ел йолҡҡолаған карап кеүек бәрге­ләнмәйбеҙме?
Матбуғат – ул заман йылъяҙмаһы, тормошобоҙ көҙгөһө, тибеҙ. Йәмғиәт үҙен даими һуғарып торған матбуғатһыҙ, рухи аҙыҡһыҙ йәшәй алмай. Ләкин барлыҡ тормошобоҙҙо, аң-зиһенебеҙҙе яулап алған Интернет ауы беҙҙе башҡа мәғлүмәт донъяһына – китапҡа ла, гәзит-журналдарға ла – йөҙ менән боролорға мөмкинлек бирмәй. Бәғзеләр виртуаль донъяла аҙашып йөрөй торғас, ысын­барлыҡҡа күҙ һирпеп тә ҡарай алмау дәрәжәһенә етте шикелле. Шулай булмаһа, гәзит-журнал баҙары әүәлгесә гөрләп торор, һәр ғаилә, исмаһам, кәмендә өс-дүрт дана матбуғат баҫмаһы алдырыр ине. Бының шулай булып китеүенә кем ғәйепле? Иң ныҡ борсолдорғаны – беҙҙең битарафлыҡ ышығында Интернет ҡолона әүерелә барған, бөгөн китапты ғына түгел, хатта гәзит-журналды ла тотоп ҡарамаған йәш быуын үҫеүе.
Республикабыҙҙың төп башҡортса баҫмаһы иҫәпләнгән “Башҡортостан” гәзитен дә күп ғаиләләр байтаҡ йылдар алдырмай. Ә бит бынан сирек быуат элек тиражы йөҙ мең дананан ашыу ине, ул һәр өйҙә көтөп алынған ҡунаҡ булды. Бөгөн хатта ҙур-ҙур башҡорт ауылдарында ла бер-ике данаға ғына яҙылалар. Бәғзеләр һаман да аҡса юҡлыҡҡа һылтана, шул уҡ ваҡытта “йәшел йылан”ға ул анһат табыла... Меҫкенлектән ҡасан арынып, үҙ мәртәбәбеҙҙе ҡасан үҙебеҙ күтәрербеҙ икән?! Аяныслы хәл был. Күп кенә мәктәптәрҙә бер гәзит-журнал да алдырмаған уҡытыусылар бар. Ә бит бөгөн һәр белем усағы – мәҙәни-мәғрифәтселек үҙәге, нәҡ ошонда милли матбу­ғатҡа һөйөү тәрбиәләнергә тейеш. Мәғлүмәти яҡтан сикле кеше нисек итеп уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреүгә өлгәшә ала? Айырым директор әфәнделәр ҙә битарафлыҡ һаҙлығына батҡан кеүек. Ә бит һәр гәзит-журнал – алдынғы ҡарашлы мәктәп етәкселеге һәм ижади эшләгән уҡытыусы өсөн ҡиммәтле әсбап та, тәрбиә сығанағы ла.
Ғөмүмән, беҙ битарафлыҡ тураһында күпме генә һөйләһәк тә, халыҡ трибунаһы булған мат­буғат баҫмаларын уҡымайбыҙ икән, ул бушлыҡҡа һөйләү менән бер. Битарафлыҡ һаҙлығынан азат булмай тороп, донъябыҙға ябырылған бәлә-ҡазанан арыныу мөмкин түгел.
Һүҙемде йомғаҡлап, үрҙә телгә алған фәһемле юлдарҙы тағы ҡабатлағы килә: “Дошмандарыңдан ҡурҡма – иң насар осраҡта уларҙың һине үлтереүе мөмкин. Дуҫтарыңдан ҡурҡма – иң насар осраҡта улар һиңә хыянат итер. Битарафтарҙан ҡурҡ – улар үлтермәй ҙә, хыянат та итмәй, әммә донъялағы бар хыянат һәм үлтереш уларҙың өнһөҙ ризалығы менән башҡарыла”.




Вернуться назад