Һәр һуҡмаҡ таныш уға22.03.2016
Һәр һуҡмаҡ таныш уға Бала саҡтан тәбиғәткә ғашиҡ Фаил Ниғәмәтов өсөн мәктәпте тамамлағас та ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тормай. Ул һис бер икеләнеүһеҙ Өфө урман хужалығы техникумын һайлай һәм яңылышмай. Ҡулына диплом алғас та, Фаил Нәбиулла улы тыуған яғы — Хәйбуллаға ҡайтып, уның ер биҙәге урманды күҙ ҡараһылай һаҡлай, тирә-яҡ мөхитте бысратыуға юл ҡуймау өсөн бар тырышлығын һала.

Егерме йылдан ашыу тыуған төйәген арҡыры-буй гиҙгән тәжрибәле урмансы үҙенең биләмәһендәге һәр ағасты, үҫемлекте яҡшы белә, һәр һуҡмаҡ, һәр йылға-инеш уға яҡшы таныш.
— “Степной” участкаһында урман 2952 гектар майҙанды тәшкил итә. Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһен бүлгән дәүләт һыҙаты беҙҙең биләмәгә инә. Майҙаныбыҙҙың күп өлөшө ялан булғанға, урман борсаҡ кеүек һибелгән, шунлыҡтан районыбыҙҙың яртыһынан кү­бе­рәге минең участкаға ҡарай. “Степной”ҙың майҙаны, периметр буйынса барлаһаң, 230 километр тәшкил итә. Хеҙмәтебеҙ диләнкәне дөрөҫ бүлеүҙән, ағасты рөхсәт менән ҡырҡып, урманды тейешенсә таҙар­тыуҙан һәм ваҡытында ҡырҡыуҙы күҙәтеүҙән генә тормай. Беҙ тотош урман биләмә­һен­дәге майҙандың байлығы өсөн яуап бирәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урман бурҙары осрап тора: кемдер урлап ағас ҡырҡа, икенселәре рөхсәтһеҙ йәшел “ҡупшыҡайҙарҙы” һатырға тырыша. Беҙҙең эштә уяулыҡ һәм һиҙгерлек талап ителә. Тәбиғәтте яратыу мотлаҡ, шунһыҙ һин урмандың яҡлаусыһы һәм ҡурсалаусыһы була алмайһың, — ти Фаил Нәбиулла улы.
Тәбиғәт байлығын ҡурсалаусының тылы ла ныҡлы. 1-се Мырҙа ауылында йәшәгән Лидия менән Фаил Ниғәмәтовтар — ауылдаштары өсөн өлгөлө ғаилә. Өс бала үҫте­рәләр, күпләп мал тоталар, йәшелсәселек менән шөғөлләнәләр.




Вернуться назад