Уй йомам —йомаҡ ҡоям07.03.2012
Бәләкәстәр! Бөгөн һеҙгә тип шағир Рәдиф Тимершин йомаҡ йөкмәп килде. Тоғо тос ҡына күренә. Әйҙәгеҙ, йомаҡтарҙы тиҙ генә сисә һалайыҡ!
Юҡтыр уның үҙ юлы,
Ул бары тик — ел ҡоло.
Күккә менә быу булып,
Ергә төшә һыу булып.
Бына ниндәй ул ...
Сөм ҡара ашъяулыҡтың
Уртаһында — аҡ табаҡ.
Ялтыр сынаяҡтарҙы
Бөтөрлөк түгел һанап!
Уҙып китмәй,
Артта ҡалмай,
Айырылып
Китә алмай.
Ҡайҙа барһаң,
Шунда бара.
Был ни була?
Әйтеп ҡара!
Аҡ булһа ла, һөт түгел,
Күп булһа ла, йөк түгел.
Һыу буйында ярала,
Ҡояш сыҡһа, тарала.