Алтмышта ла алтмыш хыял бар22.03.2016
Алтмышта ла алтмыш хыял бар Хаҡлы ялдағылар хаҡында беҙҙә даими хәстәрлек күрелә. Бының асыҡ миҫалы – район хакимиәте тарафынан ҡабул ителгән “Өлкән быуын” муниципаль программаһы. 2016-2017 йылдарға иҫәпләнгән был документ оло йәштәгеләр өсөн уңайлы көнкүреш шарттары булдырыу, уларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртыу менән бер рәттән әүҙем йәмәғәт тормошона йәлеп итеүҙе лә күҙ уңында тота.

Ошо юҫыҡта ауыл биләмәләрендә һәм район үҙәгендә хаҡлы ялдағылар ҡатнашлығында төрлө саралар үткәрелә. Улар спорт ярыштарын, бәйге­ләр­ҙе, ветерандарҙың үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары һәм ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтарҙың эшмәкәрлеген үҙ эсенә ала. Оло йәштәгеләр уларҙа ҡатнашырға атлығып тора, ойоштороу мәшәҡәттәре­нән дә ситтә ҡалмай.
60 йәштән өлкәнерәктәрҙең спорт фестивале бы­ның матур өлгөһө булды, уға йыйылған 40-тан ар­тыҡ ир-ат шахмат, шашка һәм дартс буйынса ярышты.
Яңы Бура ауыл биләмәһенән килгән спортсылар тәүге урынды яулаһа, Арлан һәм Николо-Берёзовка ветерандары уларҙан аҙға ғына ҡалышты. Яңы Буранан Владимир Тифонов менән Әнис Ғәлиев, Арландан Леонид Антонов үҙҙәрен оҫта шахматсы итеп күрһәтте. Район үҙәгенән Ниғмәтйән Аҡмалиев менән Владимир Заварзин, Яңы Ҡабандан Һәүбән Йыһаншин шашка буйынса призлы урындарҙы алды. Күп көйәрмәндәрҙе йәлеп иткән дартс ярышында Владимир Дмитриев (Арлан), Рәшит Нуршаев (Шушнур) һәм Феликс Ғабдрахманов (Николо-Берёзовка) еңеүсе булды.
Сараның бик йәмле һәм ойошҡан үтеүенән дәртләнеп, ветерандарҙың район советы хакимиәттең физкультура һәм спорт комитеты менән берлектә 55 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙарҙың спорт фестивален уҙғарырға әҙерләнә.

Ольга СТЁПКИНА,
ветерандарҙың йәмәғәт ойошмаһы рәйесе.





Вернуться назад