Ҡолсора ауыл биләмәһендә уңған, тырыш, эшһөйәр һәм дәртле халыҡ йәшәй. Биләмәлә өмәләр, төрлө йәмәғәт эштәре, күңел асыу саралары һәр саҡ ҙур әүҙемлек менән үтә. Йыл һайын боҙ ҡаласыҡтар ярышында, район смотр-конкурсында ҙур теләк менән сығыш яһайбыҙ. Ауылда балыҡсы байрамы үткәреү ҙә матур традицияға әүерелеп килә. Быйыл был сара өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Тәүгеһе 37 градус һыуыҡта үткәрелгәйне. Унда 16 балыҡсы ҡатнашты.
Былтырғы байрамда иһә Ҡолсора, Муллаҡай, Түбәнге һәм Үрге Иҙристән, Силәбе, Төмән өлкәһендә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ, Һаҡмар ауылынан – йәмғеһе 46 балыҡсы көс һынашты.
Ауыл халҡы сараның халыҡ, спорт уйындары, йыр-моң менән үрелеп барыуын күреп: “Һабантуй кеүек үтте”, – тип һөйөндө. Балыҡ тотоуҙа үҙ оҫталығын 26 кеше һынаны. Бирелгән ваҡыт эсендә мәке уйып, 80 балыҡ тотҡан Ильяс Маканов (Йомаш) 1-се урынға сыҡты. 70 балыҡ тотҡан Азамат Мусин (Түбәнге Иҙрис) һәм 64 балыҡ эләктергән Роберт Изибаев (Темәс) призлы урындарҙы бүлеште. Үрге Иҙристән Әхиәр Күзибаев – иң ҙур, Темәстән Юлдаш Изибаев иң бәләкәй балыҡты ҡаптырҙы. Иң йәш балыҡсылар – Инйәр Мусин һәм Нурислам Сафиуллин, иң оло балыҡсы – Исраил Сыңғыҙов.
Ярыштан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы. Сәриә Ғафарова (Ҡолсора) һәм Фәйрүзә Йәнғолова (Түбәнге Иҙрис) 30-ар балыҡ эләктерҙе. Төп приздарҙы Ҡуянтауҙа йәшәгән ауылдаштарыбыҙ Рауил Муллағәлләмов һәм Альберт Һатыбалов әҙерләне. Балыҡсылар балыҡ тотҡан арала башҡа ир-егеттәр пневматик винтовканан атыу, гер күтәреү, армрестлинг кеүек ярыштарҙа көсөн һынаны.
Ә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап Үрге Иҙристә (ҡатын-ҡыҙҙар советы), Түбәнге Иҙристә (клуб мөдире Гөлсәсәк Йәнтүрина етәкселегендә), Ҡолсорала (клуб мөдире Гөлсиә Алсынбаева етәкселегендә) ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан бай йөкмәткеле концерт ойошторолдо. Сәхнә түрендә гүзәл заттарыбыҙ башҡарыуында күңелле йырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр урын алды. Бейеүҙәрҙе Гөлсинә Самарбаева һалды.
Йәшәйешенә йәм, дәрт өҫтәп йәшәгән биләмә халҡына, һәр эштә, сарала әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәтемде белдерәм.
Фирүзә АРҒЫНБАЕВА,
ауыл биләмәһе башлығы.