Акула-өй эйәһе йәки скапаноринх тәү ҡарашҡа ысынбарлыҡта булмаған зат һымаҡ тойолһа ла, планетала тереклек итә. Ғәжәйеп балыҡтың мороно суҡыш һымаҡ оҙон үҫенте менән бөтә, яңаҡтары ныҡ алға сығып тора.
Йыртҡыс алһыу төҫтә, сөнки тиреһе аша ҡан тамырҙары күренә. Иң ҙурҙарының буйы – 3,8 метр, ауырлығы – 210 килограмм. Тымыҡ океандың Австралия һыуҙарынан алып Мексика ҡултығы, Атлантикаға тиклем 200 метр тәрәнлектә йәшәйҙәр. Кальмар, диңгеҙ ҡыҫалаһы һәм балыҡ менән туҡланалар.
Фәнгә был төр акуланың 45 данаһы ғына билдәле, уларҙы һыуҙа тотҡандар йәки ярҙа тапҡандар. Тәүгеһе Японияла эләккән.
Үтә күренмәле йән эйәһеБалыҡсы Стюарт Фрейзер Яңы Зеландия ярҙарында был ғәҙәти булмаған йән эйәһен тотҡас, ныҡ ғәжәпләнгән. Ҡармаҡтан ысҡындырғас, фотоға төшөргән. Был балыҡты әлегә берәү ҙә күрмәгәндер, тип ышанған. Шулай ҙа белгән кеше табылған. Ул балыҡтың “маджоре салпа” тип йөрөтөлөүен, диңгеҙ төпкөлөндә бик һирәк осрауын әйткән.
Ләмдә һикереүсеУл балыҡтарҙың ташбаштар ғаиләһенә ҡарай. Ғәжәйеп йән эйәләре мангры урмандарында, яр буйында үҫкән ағастар араһында һәм тропиктағы тоҙло һыуҙарҙа йәшәй. Ташҡын бөткәндән һуң барлыҡҡа килгән ылымыҡтар, бөжәктәр, ҡусҡарҙар, ваҡ ҡыҫалалар менән туҡланалар.
Ҡалын күкрәк йөҙгөстәре ҡулдарҙы хәтерләтә һәм күсеп йөрөүгә ярҙам итә. Ләмдә һикереүсе һыу ташҡан мәлдә ағасҡа ла менә ала.