Өмөтһөҙлөк – көфөр18.03.2016
Тәкәбберлек менән бер рәттән өмөтһөҙлөккә бирелеү ҙә гонаһ һанала. Әҙәм балаһы үҙен ваҡытында ҡулға ала белергә, сабыр булырға тейеш. Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуы был.
Ниндәйҙер көфөрлөк эшләп, өмөтһөҙлөккә бирелгән әҙәм балаһы ла Аллаһтан ярлыҡау һораһа, тәүбә итһә, әжерен алыр. “Миңә ҡолом бер ҡарыш ынтылһа, уға бер ҡолас яҡынлармын. Атлап килә башлаһа, ҡаршыһына йүгереп барырмын”, – тиелгән Ҡөрьәндә.