Ихлас күңелдән18.03.2016
Район үҙәге мәсетендә Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың кәңәшсеһе, көрәш сәнғәте буйынса 33 тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәй әһәмиәтендәге “Балалар спорты” проектының Башҡортостандағы етәксеһе Вил Ғабдуллин экстремизм, террор хәүефен иҫкәртеүгә, сәләмәт быуын тәрбиәләүгә арналған һөйләшеү үткәрҙе.
Йыйылған халыҡ уның сығышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.
– Мәсеттәрҙә ошондай осрашыуҙар йышыраҡ үткәрелергә тейеш, – тип билдәләне аҙаҡ иман йортоноң имам-хатибы Зөфәр хәҙрәт. – Ихлас күңелдән аралашыу, күмәкләп фекер алышыу халыҡ өсөн ифрат әһәмиәтле.
Ауылда төрлө быуын вәкилдәрен туплаған мосолман мәктәбе лә бар. Зөфәр хәҙрәт мәртәбәле ҡунаҡҡа унда ла сығыш яһарға тәҡдим итте. Вил Ҡәүи улы ихлас ризалашты.
– Аллаһ Тәғәләнең барлығын һәм берлеген танығыҙ, Исламды өйрәнегеҙ, – тине ул халыҡҡа. – Динебеҙҙә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ҙур урын бирелгән. Изге ҡанунды тотоп, һәр яҡлап сәләмәтлеккә ынтылып йәшәйек.