Тау ҡосағындағы Саҙалы07.03.2012
Ауылым Саҙалы тип атала. Элек был урында һаҙлыҡ булған, тиҙәр. “Һаҙ алды” һүҙбәйләнеше Саҙалыға әйләнеп киткән. Яҡында ғына һыу булғас, тау итәгендә урынлашҡан өйҙәрҙең ишек алды һайын ҡоҙоҡ бар.
Ауылымды бик яратам. Уны тауҙар уратып алған. Яҡында ғына Оло Һүрәм йылғаһы аға.
Бәләкәй генә Саҙалы ауылынан сыҡҡан кешеләр араһында билдәле уҡытыусылар, бейеүселәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күп. Беҙҙә халыҡ талантлы, матур йырлай. Бер-ике көн генә өйҙә булмаһам да, ауылымды ныҡ һағынам.
Айгүзәл ШӘЙӘХМӘТОВА,
Сиреғол мәктәбе уҡыусыһы.
Ейәнсура районы.


Вернуться назад