Ҡояшҡа мансылған көн18.03.2016
Аҙналағы иң күркәм, бөйөк көн – йома. Был хаҡта Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең мөбәрәк хәҙисендә лә әйтелә. “Йома – ҡояшҡа мансылған көн, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Ни өсөн тигәндә, тап ошо көндә Әҙәм ғәләйһис-сәләм яралтылған, Йәннәткә индерелгән һәм Ергә төшөрөлгән”.
Кешеләр үҙен бар иткән йомала күп итеп ғибәҙәт, доға ҡылырға, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итергә тейеш. Раббыбыҙ әҙәм балаларына был көндә, бөтөн донъя эштәрен ҡалдырып, мәсеткә барырға бойора. “Эй, иман килтергән кешеләр! – тип мөрәжәғәт ителгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. – Йома көнөндә Аллаһты иҫкә алыу өсөн намаҙға ашығығыҙ! Сауҙа итеүҙе туҡтатып тороғоҙ”.
Йома намаҙының башҡа көндәрҙекенән айырылып торған шарттары бар.
=Ул йәмәғәт менән билдәле урында уҡыла. Ваҡыты өйлә намаҙыныҡына тура килә. Сөннәттәре менән бергә ун рәҡәғәтле.
=Фәҡәт ир-ат өсөн фарыз. Ҡатын-ҡыҙ йома намаҙы урынына өйҙә өйлә уҡырға бурыслы. Әгәр мәсеткә килеп хөтбә тыңлай икән, яҙығы юҡ.
=Сәфәрҙәге кешегә йома намаҙы фарыз түгел. Уның урынына өйлә уҡый.
=Кемдер, һаулығы насар булып, мәсеткә бара алмай икән, уға ла йома намаҙы фарыз түгел. Өйҙә өйлә уҡыуы хәйерле. Ваҡытлы сир, мәҫәлән, киҙеү йоҡторған кешенең дә иман йортона бармай тороуы яҡшыраҡ.