Донъяны йәмләйҙәр, үҙҙәрен данлайҙар18.03.2016
 Донъяны йәмләйҙәр,  үҙҙәрен данлайҙар Яңауыл – республикалағы иң матур, төҙөк ҡалаларҙың береһе. Йәшеллеге, юлдарҙың төҙөклөгө менән дә күптәргә үрнәк булып тора ул. Шуға яңауылдар үҙҙәренең төбәге менән хаҡлы ғорурлана. Ҡаланы шундай дәрәжәгә күтәреүҙә Юл һәм йәшелләндереү эштәре буйынса муниципаль унитар предприятие коллективының тырышлығы ҙур.
Был маҡтаулы предприятие Яңа­уылға ҡала статусы бирелгәс ойошторола. Тәүге осорҙа ул Юл йәшел­ләндереү эштәре буйынса ремонт-төҙөлөш идараһы булараҡ эш итә. Ун йыл элек предприятиеның исеме үҙгәртелә, әммә тәғәйен­ләнеше менән ул үҙ асылында ҡала. Атап әйткәндә, ҡалалағы юлдарҙы төҙөк­ләндереү һәм йәшел­ләндереү төп эш йүнә­лештәре булып тора.
Эш майҙаны киң. Предприятие үҙ ҡарамағындағы 160 саҡрым­дан күберәк юлды, 120 саҡрым оҙонлоҡтағы тыҡрыҡ һәм кереү-сығыу урындарын, шул ҡәҙәр үк тротуарҙарҙы йыл әйләнәһенә ҡараулы, таҙа тота, төҙөклән­дерә. Яңауыл һәм Шудек йылға­лары аша һалынған дүрт автомобиль күперен һәм егермегә яҡын йәйәүлеләр баҫмаһын, транспорт туҡталыштарын ҡарап, төҙөкләндереп торалар. Шулай уҡ сүп-сар һәм көнкүреш ҡал­дыҡтарын сығаралар, ҡала зыяраттарын тәртиптә тоталар. Ял парктарын, һәйкәл һәм монументтарҙы ҡарау, тирә-яғын йәшелләндереү ҙә уларға йөкмәтелгән.
 Донъяны йәмләйҙәр,  үҙҙәрен данлайҙарАлтмыш биш кешенән торған коллективтың был ҡәҙәр киң ҡоласлы эште тейешенсә башҡарып сыға алыуына таң ҡалаһың. Ҡала биләмә­һендәге майҙандар, йорт алдары йәй буйына аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултыра. Был гүзәллек предприятиеның теплица­һында башланғыс ала. Яңы йыл байрамдары үткәс тә сәскә орлоҡтары сәсә башлайҙар. Үҫентеләр тиҙерәк күтәрелһен өсөн ҙур тырышлыҡ һалына. Ҡыҫҡаһы, ҡышҡы һалҡында ла теплицала эш ҡайнай.
Мастер Татьяна Букинаның йәшелләндереүселәр бригадаһында үҙ эшенең ысын оҫталары, матурлыҡ яратыусылар тупланған. Улар май айының тәүге көндәрендә үҙҙәренең сәскә үҫентеләрен ҡала киңлектәренә күсереп ултырта башлай. Бригада ағзалары Альбина Хузина, Елена Платонова, Любовь Садиахметова, Илмира Әхмәтйәнова уңғанлығы менән күптәрҙе һоҡландыра. Тырышлыҡ үҙен аҡлай. Предприятие ҡаланы йәшел­ләндереүҙәге лайыҡлы хеҙмәте өсөн район һәм ҡала хакимиәттәренең маҡтау грамоталарына һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ булған.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, минеңсә, хеҙмәттә сыныҡҡан, уңған, ауырлыҡтарға сыҙамлы һөнәр эйәләре генә эшләй. Талаптар ҙа, яуаплылыҡ та юғары, – тип хаҡлы әйтә предприятие директоры Зөфәр Хәбибуллин.
Зөфәр Зикаф улы был коллективҡа етәксе булып үткән йылда тәғәйен­ләнгән. Уның хеҙмәт биографияһы тулыһынса ҡала һәм район менән бәйле. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында етәкселек итеп бай тәжрибә туплаған шәхес, тиҙәр уның хаҡында. Шуға ла ҡала хужалығының ҡатмарлы өлкәһенә идара итеүҙе ышанып тапшырғандар үҙенә. Вазифаһына керешкәс тә Зөфәр Зикаф улы предприятиела хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу хәстәрлеген күргән. Әйтәйек, теплицаны бығаса утын яғып йылытҡандар. Яңы етәксе уны үҙәктән йылытыуға күсереү бурысын ҡуйған. Хәҙер бында эш шарттары күпкә уңайлыраҡ. Хеҙмәт кешеһе тураһында хәстәрлеге өсөн һәр кем рәхмәтле етәксегә.
Әйткәндәй, ҡалала был булдыҡлы коллективты белмәгән кеше юҡтыр. Предприятие эшсәндәре абруйҙы фиҙакәр хеҙмәте һәм күптәргә үрнәк булырлыҡ ижтимағи әүҙемлеге менән яулай. Ҡалала уҙған байрамдарҙа, мәҙәни сараларҙа, спорт бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашалар. Был етәксенең әүҙемлегенән дә килә.
Предприятие үҙен ҡала, республика даирәһендә генә түгел, юғарыраҡ дәрәжәләрҙә лә таныта. Уның илдең дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн тауар тәҡдим итеүселәре, эште һәм хеҙмәттәрҙе намыҫлы башҡарыу­сыларҙың Бөтә Рәсәй каталогына индерелеүе быны асыҡ дәлилләй. Торлаҡ-коммуналь тармаҡта шундай предприятиелар күберәк булһын ине.





Вернуться назад