Ғорурланырлыҡ эштәре бар18.03.2016
Ғорурланырлыҡ эштәре бар Беҙҙең климат шарттарында, бигерәк тә ҡышҡы осорҙа, тормоштоң сифаты күп яҡлап йорттарҙың, сәнәғәт һәм социаль-көнкүреш биналарының нисек йылытылыуына бәйле. “Октябрьск­теплоэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡаланың йәшәйешендә ана шундай әһәмиәтле урын биләй.

Предприятие үҙенең тарихын бынан ярты быуат самаһы элек йылылыҡ селтәрҙәре предприятиеһы булараҡ башлаған. Ул саҡта ҡеүәте самалы булған 19 ҡаҙанлыҡтан һәм ни бары 54 километр оҙонлоғондағы йылылыҡ селтәрҙәренән генә торған. “Октябрьск­теплоэнерго” бөгөн инде ҡалала ғына түгел, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында ла ҡеүәтлеләр иҫәбендә. Ул үҙ ҡаҙан­лыҡтары ярҙамында йылылыҡ энер­гияһы етештерә һәм ҡулланыусыларға тапшыра. Хәҙер предприятие ҡара­мағында 20 ҡаҙанлыҡ, 14 йылылыҡ пункты һәм 300 километрҙан күберәк йылылыҡ селтәрҙәре иҫәпләнә.
Мөмкинлектәре йылдан-йыл үҫә. Мәҫәлән, эште башлаған осорҙа уның ҡеүәте сәғәтенә 83 гигакалория булһа, хәҙер ул 484,61 гигакалорияға етә. Быға производствоны даими яңыртыу, заманса технологияларҙы файҙала­ныу һөҙөмтәһендә өлгәшелә. Йылы­лыҡ энергияһын ҡулланыусыларға юғал­тыуһыҙ тапшырыу, хеҙмәтлән­дереү сифатын күтәреү өсөн бөгөн дә һөҙөмтәле саралар күрелә. Әйтәйек, йылылыҡ селтәрҙәренең ышаныс­лылығын арттырыу, уларҙың файҙа­ланыу ваҡытын оҙайтыу өсөн пенополиуретан изоляциялы торбалар файҙаланыу хәҙер яңылыҡ түгел инде. Әммә уларҙың заводта эшләнгәндәре ҡиммәткә төшә. Шуға предприятиеның үҙендә торбаларҙы тышлау өсөн полиуретандан төрлө размерҙағы ярым­цилиндрҙар етештерә башлағандар. Уларҙы йылылыҡ селтәрҙәрен капиталь ремонтлағанда файҙаланалар. Был иҡтисади яҡтан бик тә отошло булып сыҡҡан.
Бөгөнгө шарттарға производствола энергия һаҡсыллығы төп талап итеп ҡуйыла. Әлеге маҡсатта йылытыу осоронда ҡулланыусыларға йылылыҡ энергияһын кәрәгенән артыҡ биреүҙе булдырмау өсөн предприятиела ҡатнаш насостар киң ҡулланылыш таба. Шулай уҡ сығымдарҙы кәметеү өсөн йылылыҡ менән тәьмин итеүсе заманса яңы йылылыҡ энергияһы сығанаҡтары ғәмәлгә индерелә.
Һәр ерҙәге кеүек, Октябрьский ҡалаһында ла йылылыҡ селтәрҙәре яңыртыуҙы талап итә. Өҫтәүенә яңы микрорайондар үҫеп сыҡҡас, йылылыҡ энергияһына ихтыяж арта. Бындай шарттарҙа производствоны модернизациялау, йыһаздарҙы яңыртыу күп мәсьәләләргә сиселеш таба. Һуңғы ваҡытта был йүнәлештә әһәмиәтле эштәр башҡарылған. Ҡала бюджеты һәм предприятиеның үҙ сығымдары иҫәбенә 5,9 километр оҙонлоҡтағы йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртҡандар. Баҡса ҡулсаһы урамындағы бер нисә бинаны һәм 17-се балалар баҡсаһын һыу менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу маҡсатында блоклы ҡаҙан­лыҡ төҙөп, күләмле ремонт эштәрен ғәмәлгә ашырғандар.
Көҙгө-ҡышҡы осорҙа йылылыҡ менән тотороҡло тәьмин итеү өсөн предприятие яғыулыҡ һәм энергия ресурстарын мөмкин булғанса күберәк резервлай. Ҡаҙанлыҡтарҙың электр энергияһы һәм һыу менән тәьмин итеүсе үҙаллы сығанаҡтары бар. Барыһын да ысын хужаларса алдан хәстәрләгәнгә өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай, ҡулланыусыларҙың да күңеле тыныс. Производство тигәндән, “Октябрьсктеплоэнерго” ҡалаға ысын-ысындан йән өрә, уның социаль-иҡтисади тормошонда мөһим урын биләй. Шуға ла предприятиеның үҫеше, киләсәге дөйөм әһәмиәткә эйә. Производствоны артабан яңыртыу “Октябрьский ҡалаһын йылылыҡ менән тәьмин итеү схемаһы” програм­маһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Предприятиела әле 450 кеше эшләй, һуңғы ваҡытта араларында йәштәр күбәйә. Быуындар бәйләнешен һаҡлайҙар, ғөмүмән. Садиҡовтар, Бабенколар, Ниғмәтуллиндар, Колузаевтар кеүек күркәм династиялар менән ысын-ысындан ғорурланалар предприятиела.
Тырыш, берҙәм коллективҡа заманса ҡарашлы директор Михаил Черкашнев етәкселек итә. Ул Өфө нефть институтын тамамлағас, байтаҡ йылдар “Стронег” предприятиеһында һәм ҡала хакимиәтендә яуаплы вазифалар башҡарған.
— Йәш булһа ла, бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған, юғары ойоштороу һәләтенә эйә булдыҡлы етәксе менән эшебеҙ көйлө бара, — ти хеҙмәттәштәре Михаил Алексеевич тураһында.





Вернуться назад