Әсәйем миңә бесәй алып ҡайтып бирҙе. “Сысҡан күбәйҙе, өйҙө ҡараһын”, — ти. Бесәйемде иң тәүҙә ашаттым, унан исем ҡуштым. “Йомшаҡ” тип өндәшкәйнем, мырлап алдыма менеп тә ултырҙы. Үҙе йомшаҡ, йылы ғына икән.
Иртән бесәйемдең мыяулауына уянып китһәм, ул, ауыҙына сысҡан ҡабып, алдымда тора.
— Күрҙегеҙме, мин сысҡан тоттом, тип маҡтана, — тинем.
— Юҡ, — ти әсәйем. — Һеҙ мине өйөгөҙгә индерҙегеҙ, һыйланығыҙ, ә мин һеҙгә бөгөн сысҡан тоттом. Бергәләп ашайыҡ, ти.
Кешеләр һымаҡ, бесәйҙәр ҙә йомарт була икән.
Илнур ВӘЛИЕВ,
5-се мәктәп уҡыусыһы.
Белорет ҡалаһы.