Башҡорт аты – халҡым ҡото18.03.2016
Башҡорт аты – халҡым ҡото Был хужалыҡтың тарихы 11 йыл элек Ғәле Сибәғәтуллиндың шәхси ихатаһындағы ике тиҫтә баш йылҡынан һәм заманында тоҡом репродукторы статусын алған хужалыҡтарҙың күтәртерлек хәлдә ҡалған малдарынан башланған. Ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләгән, һуңғы йылдарҙа Ленин исемендәге колхоз рәйесе вазифаһын башҡарған ир-уҙаман бала саҡтан күңеленә яҡын шөғөлгә – йылҡы үрсетеүгә – тотонған. Улай итмәҫ тә ине, башҡорт атының яҙмышы борсоған уны.

Йылҡы аҫрайым тип башлаған эш мал өсөн бесән әҙерләүҙән тыш бойҙай, һоло үҫтереүҙе лә көн үҙәгенә сығара. Улар бойҙай, ҡарабойҙай үҫтерә, һолоноң элиталы сорттарын һәм күп йыллыҡ үлән орлоғо етештерә. Орлоҡ алыу өсөн бигүк ҡулай булмаған төбәктә бөртөклөләр һеркәләнһен, тиҙерәк өлгөрһөн, туҡ башаҡтар бирһен өсөн бал ҡорттары үрсетеүҙе лә яйға һалалар. Бөгөн әлеге хужалыҡты мини-комплекс тип атарға мөмкин. Йәғни бында ҡымыҙ, йылҡы ите, ҡорт балы һәм орлоҡ етештереү яйға һалынған. Әлбиттә, төп урында башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм һаҡлау мәсьәләһе тора.
Башҡорт аты – халҡым ҡотоХужалыҡ Учалы ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә – 30 саҡрым алыҫ­лыҡта – бәләкәй генә Шартым йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҙур уҡ булмаһа ла, быуа ла ҡоролған. “Иң мөһиме – йылҡыларыбыҙ өсөн таҙа һыу бар, улар башҡа йорт хайуандары кеүек күләүектән эсмәй бит”, – ти Ғәле Шәфҡәт улы.
Көтөүҙең төп өлөшөн тәшкил иткән бейәләр һанына ҡарағанда, “Юлдаш” тоҡомсолоҡ заводы – республикалағы иң ҙур йылҡысылыҡ хужалыҡтары иҫәбендә. Йәш тайҙар, байталдар, 260 бейә, 16 айғыр аҫрала унда. Йәйен бейәләр 30-ар баштан торған өйөрҙәрҙә йөрөй. Ҡыш сығымдарҙы ҡыҫҡартыу өсөн уларҙы ике көтөүгә туплайҙар.
Килем алыу маҡсатында ҡымыҙ етештереүгә ҙурыраҡ иғтибар бүлһә лә, “Юлдаш” хужалығын башҡорт атының Учалы төрөн һаҡлаусы хужалыҡтарҙың береһе тиеү хата булмаҫ. Октябрь инҡилабына тиклем Башҡортостанда барлығы 980 мең баш йылҡы иҫәпләнгән. 1941 йылда уларҙың һаны 524 мең генә тороп ҡалған, йәғни яртылаш тиерлек кәмегән. Был күренештең төп сәбәптә­ренең береһе – башҡорт бейәләрен менге һәм сабыш айғырҙары менән тороҡтороу.
СССР-ҙа революциянан һуң тәпәш кәүҙәле, ҙур башлы, әммә сыҙамлы, оҙон араларҙы йөк менән бер ниндәй ауыр­лыҡһыҙ үтә алған башҡорт атының тышҡы ҡиәфәтен – экстерьер сифаттарын – яҡшыртыу маҡсаты ҡуйыла. Уларҙың нәҫеле башҡорт атының сыҙамлылығын, менгеләрҙең матур тышҡы ҡиәфәтен ала. Әммә башҡорт атының төп сифаты – тибендә йөрөү һәләте – юғала. Башҡорт бейәләренең бүтән тоҡомло айғырҙарҙан тыуған ҡолондарын “башҡорт тоҡомло ат” тип бөгөн дә сабышҡа сығаралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар таҙа ҡанлы ат түгел.
1936 йылда Өфө районының Ольховое ауылында 119-сы йылҡысылыҡ заводы асыла. Унда иң тәүҙә стратегик маҡсат күҙ уңында тотола – кавалерия өсөн аттар кәрәк була. Әммә шул замандың алдынғы ҡарашлы ғалимы Виктор Сайгин башҡорт атының генофондын тергеҙеү буйынса эш башлай. 1950 йылдан һуң башҡорт аттарын сит тоҡом айғырҙары менән тороҡтороу тыйыла һәм рәсми кимәлдә туҡтатыла. Виктор Сайгиндың йылҡының тоҡом сифаттарын һаҡлау методикаһын башҡорт ғалимдары ныҡ тота. Уның уҡыусыһы, эшен дауам итеүсеһе Барый Сатыев етәкселегендә Башҡортостанда XX быуат аҙағында йылҡының ике – Ирәндек һәм Учалы – төрөнә ҡараған аттар тоҡомо булдырыла. Ғалимдар йылҡы малының тәбиғәттән һалынған сифаттарын һаҡлап ҡалыу буйынса ҙур эш башҡарҙы. Баймаҡ, Әбйәлил райондарында үрсетелгән бейәләр һөтлөрәк булып, “Ирәндек тибындағы башҡорт аты” тип танылды.
Йылҡысылар алдында башҡорт атының ауырлығын, ит сифатын яҡшыртыу мәсьәләһе Учалы районы хужалыҡ­та­рында, шулай уҡ “Байрамғол” совхозында тормошҡа ашырыла. Оҙаҡ йылдар алып барылған селекция эштәре һөҙөмтәһендә стандарт аттарҙан 90 килограмға ауырыраҡ тоҡом булдырыла. Быға тиклем башҡорт атының стандарт ауырлығы 400 килограмм тартһа, Учалы тибындағылар 490 килограмға етә. Уларҙы “Башҡорт атының Учалы тибы” тип атайҙар. “Юлдаш”та тап шундайҙар тупланған да инде.
Шулай итеп, тоҡомло башҡорт аттары үрсетеү статусын алған хужалыҡтарҙың ташландыҡ малдарын йыйып башлаған кәсебенең оло бурысҡа әйләнгәнен тойған Ғәле Шәфҡәт улы ең һыҙғанып эшкә тотона. Тәүҙә Ленин исемендәге колхоздың ҡарауһыҙ ҡалған бер фермаһын һәм уның тирәһендәге 4000 гектарға яҡын ерҙе 40 йылға ҡуртымға ала. Шуның 1800 гектары – һөрөнтө ерҙәр, ҡалғаны – көтөүлек һәм сабынлыҡтар. “Ҡуртым тураһында килешеү тамамланғанда миңә 100 йәш буласаҡ”, – тип йылмая Сибәғәтуллин. Нисәмә йыл буйына башҡорт аттарын үрсетеү һәм һаҡлау буйынса алып барылған эште туҡтатмаҫҡа, ташламаҫҡа, башҡорт аттарының шәжәрәһе өҙөлөүгә юл ҡуймаҫҡа тигән талаптарҙы ҡуйған ул үҙ алдына.
Әле хужалыҡта ғилми-тикшеренеү инс­титуты хеҙмәткәрҙәре йылҡысыларҙың эшен ойоштороуҙа ярҙам итә, йылҡы тәрбиәләүҙә йыл әйләнәһенә башҡарыла торған барлыҡ ветеринария мәшәҡәттәрен контролдә тота, йыл да малдарҙы бонитировкалауҙа ҡатнаша. Тоҡом иҫәбен алып барыусы “Помощник коневода-4” программаһын ҡулланалар.
Һуңғы йылдарҙа “Юлдаш”та айғырҙар тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә, сөнки уларҙың яҡшыһы – йылҡысы өсөн оло табыш. Айғыр көтөүҙе нисек өйөрә, бейәләрҙе йыямы, таратамы, аттар утлауҙа туямы, һауымға алып ҡайтамы – барыһы ла бик мөһим. Хатта бейәнең күпме һөт биреүе, ҡолонон алыу-алмауы, нисә ай һауылыуы ла айғырға бәйле булыуы ихтимал. “Юлдаш”та “Сиған” ҡушаматлы айғыр ҡышын ҡалын көрттә лә бейәләргә бүреләрҙе яҡын юлатмай.
Былтыр йәй 135 бейә һауылған. Көнөнә уртаса 500 литр ҡымыҙ һатыуға сығарыл­ған, миҙгел дауамында иһә ул 46 ярым тонна тәшкил иткән. Был һан – республикала бик яҡшы күрһәткес. “Юлдаш” ҡы­мы­ҙы Учалы ҡалаһы магазиндарына һатыуға ҡуйыла, аҙнаһына ике тапҡыр Белорет районындағы “Асы” шифахана­һына оҙатыла. Ул ҡайын сөрөгө менән ыҫланған йүкә мискәләрҙә бешелгәнгә күрә лә тәмле. “Юлдаш” етештергән ҡымыҙ, әйткәндәй, 2012 йылда республикала иң тәмлеһе тип танылған.
Әле хужалыҡта 536 баш йылҡы иҫәпләнә. Бейәләр ҙә, айғырҙар ҙа – таҙа тоҡомло башҡорт аттары. Ҡуртымдағы ер майҙанын һәм матди-техник базаны нығытҡанда, йылҡы һанын бер мең баштан да арттырырға була тип иҫәпләй хужа, сөнки Учалылағы тауҙар, яландар үләненең составы һәм сифаты буйынса йылҡы үрсетеү өсөн бик ҡулай. Аттар йыл әйләнәһенә тибендә йөрөй. Бейәләрҙе быуаҙ сағында һәм ҡолонлау осоронда ғына йәйләү урынына туплайҙар. Тибенеү өсөн ҡар ҡатламы ла тәрән булмай, тау итәктәре яҙын ҡарҙан иртә асыла. Әммә күп тотҡарлыҡтар арҡаһында йылҡы һанын арттырыуға тиҙ арала өлгәшеп булмаясаҡ. Продукция бик осһоҙ, ошо фактор хужалыҡтың бәкәленә һуға. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, “Юлдаш”та үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, ат йәнле кешеләр эшләй. Уларҙың күбеһе йәйен-ҡышын таңдан тороп, йәйләүгә иртәнге һауымға, башҡа эштәргә ашыға. Йылҡы йәйләүенән ҡайтмай эшләгән ир-егеттәр, йылҡы көтөүселәр өсөн көнөнә өс тапҡыр ҡайнар аш ойошторолған.
Шуныһы ҡыуаныслы: 2015 йылда “Юлдаш” хужалығында 100 бейәнән 86 ҡолон алынған. Был һан да – республикала юғары күрһәткес. Әле яңы ҡымыҙ миҙгеленә әҙерләнәләр. Март башында йылҡы фермаһынан 5-6 саҡрым алыҫ­лыҡтағы тибенлектә ҡолон тыуған. Көтөүселәр ат санаһына һалып алып ҡайтырға йыйынғанда, ыуыҙ-ҡолонсаҡ инәһенә эйәреп, үҙе юртып ҡайтҡан. Бәләкәй генә йән эйәһенең был сифаты – башҡорт атының даны инде ул. Башҡорт аты йәшәр, былай булғас.




Вернуться назад