Аҡман-тоҡмандың аҡ тотҡонлоғонда18.03.2016
Аҡман-тоҡмандың  аҡ тотҡонлоғонда Көньяҡ Уралда ҡоторған ҡар бураны Каспий диңгеҙе яғынан килгән, тип белдерҙе Башгидромет. Нисек кенә булмаһын, Башҡортостан менән Ырымбур сигендә әле һауа торошо шәптән түгел. Аҡман-тоҡман шәхси йорттарҙы көрткә күмгән, юлдарҙы япҡан. Һөҙөмтәлә йөҙәрләгән кеше Ҡар батшабикәһенең тотҡонона әйләнгән...

Аҡман-тоҡмандың  аҡ тотҡонлоғондаХәйбулла районында ошоға бәйле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Уның эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн Үҙәк хәрби округынан һалдаттар һәм махсус техника килде. Ҡазаға тарыусыларға ваҡытлыса туҡтау урындары булдырылған. “Тотҡонға эләккән” юлаусылар бында йылы аш, кәрәк саҡта медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә.
Аҡман-тоҡмандың  аҡ тотҡонлоғондаХәйер, буран Хәйбуллала ғына түгел, төбәктең көньяҡ-көнсығышына ҡараған бөтөн райондарҙа ла ҡотора. Әле Баймаҡ районында юғары әҙерлек режимында йәшәйҙәр. Башгидромет хәбәр итеүенсә, ял көндәренә тиклем һауа торошо тотороҡланасаҡ. Әлеге мәлдә Гай, Сибай, Өфө йүнәлештәрендә юл ябыҡ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Оператив штаб булды­рылған. Юлдарҙа ҡар ҡамауында тороп ҡалыусылар ҙа бар, 130-ҙан ашыу кешене эвакуациялағандар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы был яҡтарға юлға сығыуҙан баш тартырға кәңәш итә. Ярҙам кәрәк булған осраҡта 8 347 233 99 99 телефоны буйынса шылты­ратырға мөмкин. «Ышаныс телефоны» ла эшләй. Уның һандары – 8 800 100 11 20.

Сәлимә БАЙГИЛДИНА,
Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге белгесе:


– Төбәктә 15 марттан алып көслө буран сығыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Ҡарҙың күпләп яуыуы, елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе арҡаһында республика, төбәк әһәмиә­тендәге юлдарға һырынты ятты, ауылдар ҡар тотҡононда ҡалды.
17 мартҡа алынған мәғлүмәт буйынса республика, төбәк әһәмиәтендәге Юлдыбай – Аҡъяр, Аҡъяр – Новочеркасск, Аҡъяр – Сибай юлдары тулыһынса асылды, әлеге ваҡытта уларҙы киңәйтеү дауам итә. Аҡъяр – Әбеш, Һамар – Өфө ауылы йүнәлешендә юлдар таҙартыла, Ивановка юлында Алкино-2 хәрби часынан килтерелгән махсус хәрби техника эшләй.
Ҡабул итеү пункттарына, Аҡъярҙың ҡунаҡханаларына 91 кеше урынлаш­тырылған.
Кумертау, Сибай ҡалаларынан авария-ҡотҡарыу отрядтары, Өфөнән Волга буйы эҙләү-ҡотҡарыу отрядының өс төркөмө йәлеп ителгән. Райондың ҡотҡарыу­сыларына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лығының Башҡортостан буйынса Үҙәк идаралығынан оператив төркөм һәм башҡа хеҙмәттәр ярҙам күрһәтә.
Райондағы тау-байыҡтырыу комбинат­тарының кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа, юлдарҙы таҙартыуҙа күрһәткән хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Таһир ЮНЫСОВ, Хәйбулла райо­нының Әбеш ауыл Советы хакимиәте башлығы:


– Беҙҙең ауыл Советына биш ауыл ҡарай. Улар араһында юл таҙартылып торҙо, әллә ни өҙөклөк булманы. Аҡъярға тиклем – 75 километр. 4 марттан 14 мартҡа тиклем, шунан инде бөгөнгә ҡәҙәр юл өҙөлдө. 14 мартта юлды таҙартҡайнылар, икенсе көнөнә үк буран 6-7 метрлыҡ көрт һалып та ҡуйҙы. Хәҙер ауыл халҡы ташҡындан хәүефләнә. Һәр ауылда икешәр магазин бар. 14 мартҡа тиклем уларҙың кәштәләре бер аҙ бушап ҡалғайны, шул бер көн эсендә эшҡыуарҙар Аҡъярға барып, аҙыҡ-түлек алып ҡайтып өлгөрҙө. Икмәккә килгәндә, беҙҙекеләр борон-борондан уны үҙе бешерә. Ауыл кешеһе ҡышҡылыҡҡа итен, онон әҙерләп ҡуя инде.


Вернуться назад