Берҙәм идея мөһим18.03.2016
Баш ҡалала республиканың район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында семинар башланды. “Яңы шарттарҙа муниципаль идаралыҡтарҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу” тип аталған сараның маҡсаты — урындағы етәкселәрҙе һөнәри яҡтан камиллаштырыу. Бындай семинар республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың башланғысы менән бер нисә йыл рәттән ойошторола.
— Алға китеш булһын өсөн берҙәм идеяға ынтылырға кәрәк. Ул биләмәләрҙе үҫтереүгә, иҡтисадта яңы алымдар ҡулланыуға һәм халыҡ тормошон яҡшыртыуға арналырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов, социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыу өлкәһендәге яңы йүнәлештәргә туҡталып.
Йыйында шулай уҡ муниципалитеттар менән дәүләт власы араһында хеҙмәттәшлек, кадрҙар сәйәсәте, урындарҙа мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Семинар ике көн бара. Муниципалитет етәкселәре алдында Хөкүмәт ағзалары, депутаттар, төрлө тармаҡ белгестәре сығыш яһаясаҡ. Кисә, әйткәндәй, Рәсәйҙең Финанс министрлығы эксперттары хакимиәт башлыҡтарын “Халыҡ бюджеты” проекты менән таныштырҙы.