Кимәл һаҡланырға тейеш18.03.2016
“Былтыр республикала сәнәғәт етештереүе күләме – 1, ауыл хужалығы тауары эшләп сығарыу 3,2 процентҡа үҫте. Торлаҡ төҙөү 1,5, процентҡа күтәрелгән. Төп капиталға инвестициялар 2014 йылғы күләмдә ҡалды. Тупланма бюджет сығымдары 8,2 процентҡа артты”, – тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктәге социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына арналған Хөкүмәт ултырышында.
Донъялағы, илдәге сәйәси тотороҡһоҙлоҡ Башҡортостанды ла ситләтеп үтмәй. Был айырыуса социаль өлкәлә үҙен ныҡ һиҙҙертә. Былтыр дөйөм эшһеҙлек күләменең 5,3-тән 6,1 процентҡа етеүе, үлем күрһәткесе артыуы – шуның эҙемтәһе, тип аңларға кәрәк. Демографик хәл ҡыуандырмай: тыуым 2 процентҡа аҙайған.
– Йыл ярайһы уҡ ҡатмарлы башланды, – тип сығышын дауам итте Рөстәм Зәки улы. – Был беҙгә аҡыл менән аныҡ йүнәлештә эш итеүҙе талап итә. Йәмғиәттәге барлыҡ ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн аҡса ул тиклем күп түгел. Шулай ҙа халыҡҡа эш хаҡы түләү, социаль йөкләмәләр бер ниндәй тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш. Беҙ тотороҡлолоҡто һаҡларға, халыҡтың тыныслығын тәьмин итергә бурыслы.
Ултырышта Хөкүмәттең эш һөҙөмтәләре менән Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов таныштырҙы.