Үҙҙәре йыйып, үҙҙәре тотонасаҡ16.03.2016
Башҡортостандағы капиталь ремонт системаһында Төбәк операторынан айырым йорттоң махсус иҫәбенә күсеү практикаһы ғәмәлгә индерелә.
“Ниңә аҡсаны күп фатирлы йорт иҫәбенә айырым йыймайбыҙ, ә Төбәк операторына түләргә тейешбеҙ?” тигән һорау күптәрҙе борсой. Әле айырым иҫәпкә күсеү йәки Төбәк операторы ҡарамағында ҡалыуҙы хәл итеүгә бер нисә ай бирелә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү стратегияһында билдәләнеүенсә, 2020 йылға тиклем капиталь ремонтҡа йыйылған аҡсаның 50 проценты айырым йорттарҙың махсус иҫәбендә тупланырға тейеш. Ҡала халҡы махсус иҫәпкә аҡса йыйып, күп фатирлы йортто үҙҙәре төҙөкләндерергә, аҡсаны үҙаллы тотонорға тейеш.
– Әле беҙ ошо ғәмәлгә күсеүҙе яйға һалабыҙ. Бөгөн республикала 16 меңдән ашыу күп фатирлы йорт бар. Шуларҙың ни бары 200-ө генә айырым махсус иҫәп асҡан, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктураны үҫтереү комитеты рәйесе Елена Родина.
Федераль ҡануниәткә ярашлы, айырым махсус иҫәпкә күсеү осоро ике йыл менән сикләнә. Әммә был эште алты, хатта өс ай эсендә башҡарған төбәктәр ҙә бар. Стратегияла билдәләнеүенсә, киләсәктә тап махсус иҫәптәр буйынса эш итәсәкбеҙ, әлегә иғәнәне ирекһеҙҙән Төбәк операторына күсерәбеҙ.