Футболды үҫтергем килә07.03.2012
Мин буш ваҡытымда хыялға бирелергә яратам. “Хыялһыҙ кеше — ҡанатһыҙ ҡош, — ти әсәйем. — Һәр кем уйланырға, киләсәккә маҡсат ҡороп йәшәргә, теләген тормошҡа ашырыу өсөн тырышырға тейеш”.
Ҙурайғас, футболсы булырға хыяллланам. Төрлө илгә йөрөп, башҡа кешеләрҙең нисек йәшәгәнен күргем, йолаларын өйрәнгем килә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең футбол командаһын алдынғылар рәтенә сығарырға теләйем. Тыуған илем өсөн кәрәкле кеше булырмын.
Булат ЗАҺИТОВ.


Вернуться назад