Профсоюздарҙа – яңы рәйес16.03.2016
Кисә Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының XXV конференцияһы уҙҙы. Унда Рәсәй Профсоюздар федерацияһының рәйесе Михаил Шмаков, республика Хөкүмәте Аппараты вәкилдәре, министрлыҡ етәкселәре ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та сығыш яһаны.
Сарала Профсоюз федерацияһының 2011 – 2016 йылдарҙағы эшмәкәрлегенә отчет яһалды, киләһе биш йылға өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнде. Конференцияла шулай уҡ профсоюздар менән эш коллективтары араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәткә, кадрҙар әҙерләүгә, һалым түләүгә, эш биреүселәргә ҡағылышлы мәсьәләләргә бәйле һүҙ алып барылды.
Рөстәм Хәмитов, хеҙмәт баҙарындағы төп проблемаларҙы билдәләп, мөмкинлектәрҙең сикле булыуына ҡарамаҫтан, үҙ йәһәтенән уларҙы хәл итергә көс һаласағын белдерҙе. Уның әйтеүенсә: “Илдә иҡтисади хәлдәр ауырайһа ла, ҡатмарлыҡтарҙы хәл итергә тырышабыҙ. Бындай осорҙа кешеләргә ярҙам итергә кәрәк, ә ауырлыҡтарҙы иңдәренә ауҙарырға түгел”.
Республика Профсоюздар федерацияһының рәйесе һайланды. Был вазифаны, күпселек тауыш йыйып, Марат Хөсәйенов башҡарасаҡ.