Бер юлы… 12 ҡорбан16.03.2016
Бер юлы… 12 ҡорбан 14-енән 15 мартҡа ҡараған төндә ҡаланың Туҡай тыҡрығы, 6 адресы буйынса урынлашҡан шәхси йортта янғын сыға. 50-нән ашыу махсус хеҙмәт вәкиле һәм ике тиҫтәгә яҡын техника берәмеге ярҙамында уны тик ике сәғәттән генә һүндереүгә өлгәшәләр. Янғында 12 кеше һәләк була.

Әле тикшереү эше бара. Фажиғә урынына Баш­ҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та килде. Оператив кәңәшмәнән һуң тиҙ рәүештә координация штабы төҙөлдө.
Мәғлүмәттәргә таянғанда, ике хужа ҡарамағындағы был йорттоң яртыһы урындағы социаль яраҡлашыу үҙәгенә ҡуртымға бирелгән була. Унда ҡасандыр тура юлдан тайпылып, хәҙер төҙәлергә теләүселәр йәшәгән (тәрбиәләнгән). Янғында нәҡ уларҙың ғүмере өҙөлә. Ә йорттоң икенсе өлөшөндә көн иткән ғаилә, бәхеткә күрә, иҫән ҡала. Әйткәндәй, киң мәғлүмәт саралары башта: “Һәләк булыусылар – Рәсәйгә эшкә килгән сит ил граждандары”, — тип яҙып сыҡҡайны. Был хәбәр инҡар ителде. Тик үҙебеҙҙең граждандар булһынмы улар, ситтән эшкә килеүселәрме, йәшәгән шарттары аптырата.
— Нисек кенә булмаһын, шуныһы уйға һала: бер кескәй генә фатирҙа тиҫтәнән ашыу кеше йәшәгән! Өҫтәүенә һәләк булыусыларҙың икәүһе – ҡатын-ҡыҙ. Бындай күренештең осона мотлаҡ сығырға кәрәк, — тип билдәләне был йәһәттән төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов.
Тимәк, бында янғын хәүефһеҙлеге лә, санитар нормалар ҙа үтәлмәгән. Дөрөҫөн әйткәндә, йорттоң ҡыйығы ғына яна, фажиғәгә тарығандар ҡотола алыр ине, әгәр өйҙөң тәҙрәләренә рәшәткәләр беркетелмәгән, тимер ишек менән бикләнмәгән булһа…
— Йәш кенә егеттәрҙе көн дә тиерлек күрә инем. Күптән түгел генә тирә-яҡты, ҡыйыҡ башын таҙартып йөрөнөләр. Икенсе фатир янында уйнаған балалар ҙа булды, ярай әле улар иҫән ҡалған, — ти янғын сығыуын тәүгеләрҙән күреп ҡалған Александр Владимиров. Ул фажиғә булған урынға ҡаршы күп ҡатлы йортта йәшәй. Башта үҙҙәрендә янғын сыҡҡан тип уйлай, фатирын ҡараштырып сыҡҡас иһә “01” һандарын йыя.
— Стәрлетамаҡтағы бәлә – уртаҡ ҡайғыбыҙ, — тип билдәләне кисә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев, президиум ултырышын асып.
Тик барыһы ла Александр Владимиров һымаҡ түгел шул. Битарафлыҡ көслө. Күптән түгел генә “Стәр­ле­тамаҡ” һүҙе федераль телеканалдарҙан да яңғы­рағайны. Сәбәбе – бер идара итеүсе компанияның яуапһыҙлығы арҡаһында күп ҡатлы йорт ҡыйығынан өс йәшлек сабыйҙың башына боҙ төшөүе. Шунан һуң ҡалала йәнә бер ошондай фажиғә теркәлде: был юлы өй башынан шыуған боҙ 6 йәшлек ҡыҙҙы йәрәхәтләне. Инде килеп бер юлы 12 ҡорбан! Стәрле­тамаҡта башҡаса бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын ине тигән өмөттә ҡалабыҙ.



Вернуться назад