Бүҙәнә йомортҡаһы ла, ҡеүәтле комбайн да кәрәк16.03.2016
Бүҙәнә йомортҡаһы ла, ҡеүәтле комбайн да кәрәк Өфөлә даими уҙғарылып торған төрлө саралар араһында ауыл хужалығы тармағына арналғандары һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Ошо көндәрҙә “ВДНХ-ЭКСПО” сауҙа-күргәҙмә комплексында үткән “Агрокомплекс” XXVI халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе төрлөлөгө һәм бай булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, сауҙа-күр­гәҙмә комплексы майҙан­сығында ойошторолған күр­гәҙмә менән яҡындан танышып, теләк-тәҡдимдәрен ет­керҙе, уңыштар теләне. “Баш­сельхозтехника”, “Агро­маш”, “Элементагротех”, “Стерлитамакский агротехсервис”, “Фосагро”, “Акрос РБ”, “Артемида агро”, “Матрикс универсал” һәм башҡа йәмғиәт­тәр, ауыл хужа­лығы техникаһы сәсеүгә әҙер тигән шикелле, уларҙы бер һыҙыҡҡа тигеҙ итеп теҙеп ҡуйған. Унда нимә генә юҡ – ябай тырмат­ҡыстан алып ҡеүәтле урып йыйыу комбайнына тиклем!
Ейәнсура районының “Маяҡ” муниципаль унитар ауыл хужалығы етештереү предприятиеһының уңыш­лы эш үҙенсәлектәре тураһында кемдәр генә белмәй. Был юлы иһә үҫәргәндәр волгоград тоҡомло һарыҡтарҙы алып килгән. Әйткәндәй, әле хужалыҡта дүрт меңдән ашыу инә һарыҡ иҫәпләнә, быйыл яҡынса дүрт мең бәрәс алырға уйлайҙар.
“Золотое руно” асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә ошо йүнәлештә маҡ­сатлы эш алып бара, борайҙар иһә роман тоҡомло һарыҡтарҙы ишәйт­кән. Өфө районындағы “Агрофирма ТДК” йәмғиәте бүҙәнә үрсетеүгә ныҡлап тотонған, ҡош-ҡортто бер нисә тиҫтә меңгә еткергәндәр. Бүҙәнә йомортҡаһына ихтыяж арта икән.
Игенселек, һарыҡсылыҡ, ҡошсо­лоҡ тармағы ғына түгел, республи­кабыҙҙа балыҡсылыҡ та үҫеш юлында. “Ҡарман балыҡ хужалығы”ның суртан, һаҙан, бикре, сөгә кеүек тәмле балыҡтар үрсетеүе – шуға асыҡ миҫал.
Күргәҙмә комплексының 2-се ҡаты республикабыҙҙа етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тулғайны. “Һынал­ғанды һайла” тигән яҙыу беҙҙәге ашамлыҡтың сифаты тураһында һөйләй. Талҡан, ҡымыҙ, бал, һөт һәм ит ризыҡтарын теләгәндәр ауыҙ итеп тә ҡараны. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин­дың ҡурайҙа уйнауы, бал ҡорто ҡиәфәтендәге һылыу­ҡайҙың халыҡ араһында йөрөүе лә күңелдәргә дәрт өҫтәне, байрам кәйефен тыуҙырҙы.
Республика Башлығы артабан “Аҡбуҙат” ипподромында “Бал йорто”н асыуҙа ла ҡатнашты.

Нарис НИЗАМОВ,
Ҡариҙел районының
ауыл хужалығы бүлеге
баш агрономы:


– Ғәҙәттәгесә, күргәҙмәгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Беҙ бит ҡарарға, өйрәнергә, тәжрибә уртаҡлашырға килдек. Шәхсән миңә иген киптергес оҡшаны. Үҙе ыҡсым ғына, күп урынды биләмәй, етештереүсәнлеге лә ҡеүәтле. Һыу һиптергес янында ла оҙаҡ торҙом, шундай агрегатты алырға уй юҡ түгел.

Фәнилә ҠӘЙҮМОВА,
пенсионер:


– Кем нисектер, ошо тирәлә йәшә­гәс, сауҙа-күргәҙмәләр комплексын­дағы сараларҙа йыш ҡатнашам. Беҙҙең ил заманса техника етештерә алыуына ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Ситтәрҙекенә ҡарағанда үҙебеҙҙе­кенә өҫтөнлөк бирергә кәрәк.


Вернуться назад