Билдәле фантаст-яҙыусыларҙың берәй әҫәрен булһа ла уҡығанһығыҙҙыр. Шуныһы ҡыҙыҡ: уларҙың шаҡ ҡатырғыс фантазиялары ваҡыт үтеү менән ысынбарлыҡҡа әүерелә бара. Мәҫәлән, ярты быуат элек үк фантаст-яҙыусы Айзек Азимов 2014 йылда халыҡтың иң ҙур мәшәҡәте эс бошоу буласаҡ тигән. Йәнәһе, күпселек эште роботтар, машиналар башҡарасаҡ, ижад кешеләре генә үҙ-үҙҙәренә тоғро ҡалып, тулы ҡәнәғәтлек кисерәсәк.Уйлап ҡараһаң, ул әллә ни яңылышмаған да бит. Бөгөн ҡайҙа ҡарама – автоматлаштырылған ҡорамалдар, электрон аппараттар, роботтар... Элек сит дәүләттәрҙә беҙҙең туристарҙы хайран иткән күренештәр хәҙер илебеҙҙә лә ғәҙәтигә әйләнеп бара. Ә Америка иҡтисадсылары һәм сәйәсмәндәре ни бары ун йылдан миллиондарса ватандаштарының эшһеҙ ҡалыуын күҙаллай.
Ысынлап та, эшҡыуарға уңайлы бит: кешенән айырмалы рәүештә, техника ризаһыҙлыҡ белдермәй генә тәүлек әйләнәһенә алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Ваҡыт үтеү менән тәүҙә ныҡ ҡиммәт торған ҡорамалдар ҙа осһоҙлана, теләһә кем һатып алырлыҡ була. Шуға ла сәнәғәт тармағында, айырыуса машина төҙөүҙә, электр техникаһы етештереүҙә эштәр автоматлаштырылып бөттө тиерлек.
Пилотһыҙ осоу аппараттары күптән ҡулланылһа, тиҙҙән юлдарҙа водителһеҙ машиналар – гуглмобилдәр барлыҡҡа киләсәк. Улар бер нисә илдә һынау үткән дә инде. Әйткәндәй, бер-икеһе генә һәләкәткә осраған, унда ла башҡа транспортты йөрөткән кешеләр ғәйебе менән. Мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында шундай машина 5630 саҡрымлыҡ юлға сығып, Сан-Франциско ҡалаһынан Нью-Йоркка имен-аман барып еткән. Тиҙҙән робот-комбайндарҙы ла тәжрибә майҙансығы көтә. Япония алдағы биш йыл эсендә был эшмәкәрлеккә ете миллиард доллар тотонмаҡсы.
Көнкүрешебеҙҙәге ыңғай үҙгәрештәр ҙә күҙгә ныҡ ташлана. Аҡыллы машиналар өй йыйыштыра, ашарға бешерә, хатта беҙҙең күңелебеҙҙе аса. Ҡайһы берҙә уйланырға, баш ватырға ла кәрәкмәй. Мәҫәлән, күптән инде нимәнелер күңелдән һанауҙы оноттоҡ. Бер ҡарауға, яҡшы һымаҡ. Әммә тап ошо хәлдәр йәшәйешебеҙҙе бер төрлө, эс бошорғос итә түгелме? Иғтибарға алғанһығыҙҙыр: ауылдарыбыҙ ҡыш көнө генә түгел, йәйгеһен дә үлеп барған төҫлө. Рәхәт: ҡайһы берҙә икмәкте, туҡмасты ла һатып ҡына алабыҙ. Балалар шау-гөр килеп урамда уйнамай, ауыр эш башҡарыу тураһында һүҙ ҙә юҡ, бер мөйөштә телефон экранына текләп көнөн уҙғара. Өлкәндәр ҙә йә компьютер, йә телевизор алдында ултырырға әүәҫләнде. Йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге тикшереүҙәренән күренеүенсә, Рәсәй халҡының 46 проценты телевизор ҡарап ял итә. Ә улай фантазияға, хыялға урын ҡалмай. Хыялланған кеше генә алға бара, үҫешә бит һуң!
Аптыраҡ: бер яҡтан, эш кәмене, икенсенән... ваҡыт юҡ. Ысын, бер нимәгә ваҡыт етмәй – йоҡларға, ял итергә, ҡунаҡҡа йөрөргә, хатта ҡайһы саҡ телефондан ғына шылтыратып хәл белешергә, тыуған көн менән ҡотлап смс-хәбәр ебәрергә лә. Ҡайҙа ул элекке кеүек сәйгә алыуҙар, урам буйында тороп, ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә ултырып гәп һатыуҙар...
Иҫләйем, беҙ бала саҡта иртәнге, төшкө, киске аш мәлдәре үҙе бер байрамға әйләнә торғайны! Әсәйҙең тәмле еҫтәр сығарып бешеренгәнен күҙәтеп, ҡасан өҫтәл артына саҡырыр тип түҙемһеҙләнеп көтөп йөрөйбөҙ. Ә атай тыштағы эшен бөтөп инмәйенсә – ярамай. Шунан һәр кем үҙенә тәғәйенен ҡәҙерләп тәғәм итә. Әлбиттә, атайға – ризыҡтың иң ҙур өлөшө. Малайҙарға – бот ите, ҡыҙҙарға – ҡанат. Ошолай артыҡ һүҙ сарыф итмәй генә тәрбиәләгәндәрҙер ҙә инде беҙҙе.
Ә хәҙер, бигерәк тә ҡала ерендә, ҡасан бөтә ғаилә бергә йыйылып тамаҡ ялғаған да онотолған инде. Һәр кемдең – үҙ ваҡыты. Ысынында кемделер көтөп торорға ваҡыты юҡ. Өйгә ҡайта, арлы-бирле ҡапҡылай ҙа телефонын, планшетын, ноутбугын ҡосаҡлап ятып китә йә телевизорға тексәйә. Асыҡҡанын тойһа, йәһәт кенә аш бүлмәһенә сығып, һыуытҡысты асып, берәй ризыҡ киҫәген эләктерә лә кире бүлмәһенә йүнәлә. Һәм “йәнһеҙ” таныштары, дуҫтары менән аралаша, уларға “йәнһеҙ” бүләктәр ебәрә, “йәнһеҙ” уйындар уйнай. Шунан ниңәлер йәшәүе күңелһеҙ тип зарлана. Хатта ки унда – виртуаль донъяла, зәңгәр экрандарҙа тормош гөрләп торһа ла...