Һүҙ тылсымы16.03.2016
Туған тел – быуаттар буйына тупланған рухи хазина, ата-бабабыҙҙың изге аманаты. Ул һаҡлауға, ҡәҙерләүгә мохтаж. Хыянатты иһә ғәфү итмәйәсәк.

Ә тәрбиә башы – ғаиләлә. Баланың ниндәй кеше булып үҫере бәләкәйҙән уҡыған китаптарына ла бәйле. Милли баҫмалар, гәзит-журнал, әҙәбиәтебеҙ – аң-ғилем, фекер тәрәнлеге сығанағы. “Күркәм тел башы – халыҡ ижады әҫәрҙәрендә. Күмәк ижад емеше бу­лараҡ, улар художестволы әҙәбиәт ролен дә, йәш быуынға өгөт-нәсихәт, тәрбиә биреү бурысын да башҡарған”, – тип яҙған ғалим Вәли Псәнчин “Һүҙ тылсымы” тигән хеҙмәтендә.
Ысынлап та, халыҡ ижады ынйыла­ры­ның телебеҙҙе үҫтереүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ата-әсәнең бурысы – балаһына бәләкәйҙән әкиәт иленә ишек асыу. Туған тел мөхитендә үҫкән баланың фекере төплө, теле бай, күңеле бөтөн була.
Рухи хазинабыҙға ҡарата бита­раф­лыҡ күрһәтмәһәк ине. Ул – данлы һәм шанлы тарихыбыҙ, бөгөнгөбөҙ, киләсә­гебеҙ. “Кешенең туған телгә мөхәббәтенә ҡарап, уның мәҙәни кимәле генә түгел, гражданлыҡ ҡиммәте тураһында ла дөрөҫ фекер йөрөтөп була, – тигән яҙыусы К. Паустовский. –Туған телгә битараф әҙәм – ҡырағай. Ул үҙ асылы менән ҡоротҡослоҡҡа һәләтле”.




Вернуться назад