Данын арттырыр ҡеүәт бар16.03.2016
Күрҙем ауылы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуған төйәге. Ундағы мәктәп шәхестең исемен йөрөтә. Ҡаршыһында арҙаҡлы яҡташыбыҙға бронзанан бюст та ҡуйылған. Әҙип уҡыусылар менән педагогтарҙы көн дә ихлас сәләмләп ҡаршылай төҫлө.

Мәктәптә халыҡ шағирының тормошона һәм ижадына арналған музей эшләй. 800-ҙән ашыу экспонат араһында әҙиптең китаптары, шәхси әйберҙәре, уның хаҡында яҙмалар өҫтөнлөк итә.
Йәштәр күңеленә әҙәбиәткә, шиғриәткә, йәнтөйәккә һөйөү, ғорурлыҡ тойғолары һалыуҙа музейҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Тарихи хаттар, документтар, сығарылыш уҡыусылары әҙерләгән йөкмәткеле альбомдар – оҙаҡ йылдар дауамында башҡарылған ныҡышмалы хеҙмәт емеше.
Бында йәнә бер данлыҡлы яҡташыбыҙ Зинира Атнабаеваға бағышланған иҫтәлекле мөйөш тә бар. Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы иҫән сағында музейға килде. Ағаһы Әнғәм Ҡасим улын хәтерҙә тотоуыбыҙға, үҙенә арналған тарихи мөйөш булдырғанға рәхмәт әйтеп, яңы экспонаттар бүләк итте...
Мәктәптә 200-ҙән ашыу уҡыусы белем ала, 35 педагог эшләй. Директор Мөхәммәтғәли Хужин, уның урынбаҫарҙары Ләйсәнә Ғатауллина менән Эльза Зарипова үҙҙәре лә – тәжрибәле уҡытыусылар. Ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша улар.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Винария Мөхийән ҡыҙы һәм Зөһрә Заһит ҡыҙы ойошторған һәр сара ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үтә. Уларҙа барлыҡ балалар теләп ҡатнаша. Асыҡ дәрестәренә райондағы хеҙмәттәштәре күпләп килә.
Данлыҡлы яҡташыбыҙ исемен лайыҡлы йөрөткән мәктәптә алға ҡуйылған бурыстар дөйөм тырышлыҡ, берҙәмлек һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла. Дөйөм хеҙмәттең емеше булараҡ, сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла белем алыуын уңышлы дауам итеп, тормошта үҙ урынын таба. Бай тарихлы ауылыбыҙҙың даны артасаҡ әле!




Вернуться назад