Финанс ғилемебеҙ етерлекме?16.03.2016
Рәсәйҙең Үҙәк банкы етәкселәре мәктәптә финанс ғилеменә өйрәтеү мөһим тигән фекерҙә. Бындай башланғыс тотош йәмғиәттең “һаулығы”на ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Ошоға ярашлы Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән, Финанс министрлыҡтары, Үҙәк банк берлектәге проекттар төҙөгән. Улар тиҙҙән мәктәп программалары өлгөләренең федераль реестрына индереләсәк.
– Был проект эштәрендә финанс ғилеменең нигеҙе аңлатыла, – тип белдерә Рәсәй мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Наталья Третьяк. – Ғаиләнең килемен булдырыу юлдары, финанс хәүефен страховкалау, кредитлау төрҙәре, пенсия тупланмаһы кеүек төшөнсәләр өйрәтеләсәк. Был курстарҙы йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәренә өлөшләтә индерергә мөмкин. Айырым элементтарын башҡа предметтарҙа ҡулланырға була.
Банк белгестәре фекеренсә, финанс ғилеме нигеҙҙәрен белгән бала ата-әсәһенә лә кәңәш биреп ебәрәсәк. Ғаилә ҡаҙнаһын планлаш­тырыуға ынтылыш финанс йәһәтенән тотороҡ­лолоҡҡа ыңғай йоғонто яһай.
Әйткәндәй, был эш өсөн 2016-2017 йылдарҙа бер нисә мең белгес әҙерләнәсәк.

Сират – башҡа учреждениеларға


Башҡортостанда хәҙер инде 150-нән ашыу мәктәп инвалид балаларҙы ҡабул итә аласаҡ. Улар инклюзив белем биреү хоҡуғына эйә.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов әйтеүенсә, тәүҙә бындай мәк­тәптәрҙә тейешле талаптарға яуап бирмәгән күренештәр байтаҡ булған. Былтыр иһә республика парламенты, Мәғариф, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары вәкилдәренән махсус комиссия төҙөлөп, урындарҙа тикшереү үткәрелгән. Хәҙер иһә инклюзив белем бирелгән һәр учреждениела тейешле шарттар бар.
– Эш артабан да дауам итәсәк, – тип белдерҙе Ирек Зарипов. – Программа 2020 йылға ҡәҙәр иҫәпләнгән. Хәҙер сират – баш­ланғыс, унан һөнәри белем биреү учреждениеларына.

Рәсәй киноһын – мәктәпкә

Илдең Мәҙәниәт министрлығы етәкселәре мәктәп программаһына “Рәсәй киноһы тарихы” тигән факультатив дәрес индереү кәрәклеген белдергән.

Ведомство башлығы Владимир Ме­динский­ҙың фекеренсә, яҡшы фильм ҡарауҙың әһә­миәтенә бала саҡтан төшөндөрөү мөһим. Министрлыҡ вәкилдәре үҙ тәҡдименең ил Хөкүмәте тарафынан тикшерелеүен көтә. “Был предмет өсөн күп материал тупланған. Тарихҡа һәм әҙәбиәткә Рәсәй киноһынан да яҡшы иллюстрация табылмаҫ. Хөкүмәттең хупларына ышанабыҙ”, – тип билдәләгән Владимир Мединский.

Социаль партнерлыҡҡа
өмөт бағлап


Әле Башҡортостанда өҫтәмә белем биреүсе 225 учреждение эшләй. Уларҙа техник, ғилми-тикшеренеү, тыуған яҡты өйрәнеү, физкультура-спорт, ижади һәләттәрҙе үҫтереү йүнәлештәре тормошҡа ашырылып, 5 – 18 йәшлектәрҙең 78 проценты шөғөлләнә.

– Өҫтәмә белем алған уҡыусыларҙың уңыштары бихисап, – тип белдерҙе респуб­ликаның мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова белем биреү ҡануниәтенең үтәлеше буйынса уҙғарылған парламент ултырышында. – Былтыр, мәҫәлән, “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы премияға лайыҡ булған Рә­сәй уҡыусыларының 33 процентын беҙҙе­келәр тәшкил итте. Республика балалары мәктәп урмансылыҡтары араһындағы конкурс­тарҙа, спорт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй. Шулай ҙа төбәк уҡыусыларына өҫтәмә белем алыу өсөн технопарктарҙың етмәүен билдәләмәү мөмкин түгел. Бындай селтәрҙе төҙөү планға индерелгән. Ошо мәсьәләне тормошҡа ашырыуҙа юғары уҡыу йорттары, етештереү предприятиелары ҡеүәтле социаль партнер булыр ине.



Вернуться назад