Изге һөнәр иҫкермәй16.03.2016
Изге һөнәр иҫкермәй Ифрат яуаплы, изге, ҙур хөрмәткә лайыҡ һөнәрҙе һайлағанмын. Уҡытыусымын. Уның тураһында күпме әҫәр яҙылған, нисәмә йыр ижад ителгән! Уҡытыусы дәрес бирергә генә түгел, тәү сиратта ысын кеше булырға, өлгө күрһәтеп йәшәргә тейеш. Мин шул бурыстарҙы тулыһынса тормошҡа ашыра алырмынмы? Дөрөҫ һайланыммы был һөнәрҙе?

...Ошондай уйҙарға сумып ултыра торғас, ҡапыл күҙ алдымда ваҡыт тәгәр­мәсе әйләнгәндәй тойолдо. Өнөммө-төшөммө: йәм-йәшел аҡланда сәскәләр араһында торам, имеш. Әкрен генә иҫкән ел сәсемдән һыйпай.
– Һаумы, ҡыҙым! Арып киттеңме әллә? – тигән тауышҡа һиҫкәнеп ҡуйҙым. Минән йыраҡ түгел, аҡ нурҙар араһында утыҙ йәштәрҙәге ир кеше баҫып тора.
– Һаумыһығыҙ! Һеҙ кем? Тәүгә күрәм, ә йөҙөгөҙ таныш кеүек. Ниңә миңә “ҡы­ҙым” тип өндәшәһегеҙ? Өлкән түгелһегеҙ шикелле...
– Фотоһүрәттә күргәнһеңдер, ҡыҙым. Өлә­сә­йеңдең ағаһы Әбдрәхим бабайың булам. Мин һәр ваҡыт утыҙ йәштә. Яҡты донъяла йәшәлгән ғүмерем был. Һиңә әле өләсәйеңдең ағаһы, уҡытыусы булараҡ та өндәшәм.
– Ә был аҡланға нисек килеп сыҡтың, бабай? Өләсәйем һинең һуғышта вафат булғаның хаҡында телгә ала торғайны.
– Эйе, ҡыҙым, дөрөҫ. 1943 йылда Ржев ҡалаһы янындағы “туғандар ҡәбер­леге”ндә ятып ҡалдым, ләкин бөгөн һүҙ ул турала түгел. Һинең үҙ-үҙеңә биргән һорауыңды рухым ишетте һәм яныңа килмәй булдыра алманым.
...Уҙған быуаттың 30-сы йылдары башында Ырымбурҙағы Каруанһарайҙа уҡып сыҡҡас, Таш­кентҡа, педагогия инс­титутына, юл алдым. Диплом тапшыр­ғас­тар, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыу­сыһы булып эш башланым. Ул ваҡытта уҡый-яҙа белмәгән кеше бик күп ине. Беҙҙең бурыс – барыһын да аң-белемле итеү. Көндөҙ балаларҙы уҡытһаҡ, кис өлкәндәр менән шөғөлләндек. Уҡыу әсбаптарын район үҙәгенән йәйәүләп ташый торғайным. Һуғышҡа киткән саҡта ла “Уҡыусыларым белем алыуын дауам итерме? Артабанғы яҙмыштары нисек булыр?” тигән һорауҙар борсоно.
– Ҡәҙерле ағайым! Борсолоуың юҡҡа ғына. Һинән белем биреү дилбегәһен мин ҡабул иттем бит. Уҡыусыларыңдың һәр береһе тормошта үҙ урынын тапты. Һин биргән тәрбиә һабаҡтары уларға ярҙам итте, – тип һүҙгә ҡушылды өләсә­йем. Ап-аҡ күлдәктә, аҡ нурҙар араһында үҙе...
– Һигеҙ йыл инде беҙ һинһеҙ йәшәй­беҙ, өләсәй. Юҡһынабыҙ, кәңәштәреңде һағынабыҙ. Һуғыш ваҡытында уҡытҡан осороң хаҡында йәнә бер һөйләһәңсе.
– 1939 йылда белем бирә башланым. Миңә ул ваҡытта 18 генә йәш ине. Ауылда ҙур хөрмәт менән “мөғәллимә” тип йө­рөт­төләр үҙемде. Төп бурысыбыҙ – ха­лыҡтың аң-белемгә ынтылышын һаҡлау, йәш быуынды киләсәккә әҙерләү. Ә тәү сиратта һуғышҡа киткән туғандарыбыҙға, атай-олатайҙарыбыҙға дошманды еңергә ярҙам итергә тейешбеҙ.
Дәрестәребеҙ яландағы эш араһында барҙы. Уҡыусылар менән бергә баҫыуға башаҡ сүпләргә йөрөнөк. Ашарға яраҡлы үләндәр, серек картуф та беҙҙең өсөн ри­зыҡ булды. Яланда хатта кесерткән дә ҡалмаҫ ине. Хеҙмәт дәрестәрендә аяҡҡа кейергә сабата үрә торғайныҡ. Был һөнәргә мине уҡыусыларым өйрәтте.
Дәрестәрҙән һуң өй һайын йөрөп, фронтҡа ярҙам йыйҙым. Кешеләр берҙәм, ярҙамсыл. Үҙҙәренең кейеренә, ашарына булмаһа ла, фронттағылар өсөн ниҙер табып, биреп сығара. Бәйләгән бирсәт­кәләрҙең, ойоҡбаштарҙың иҫәбе-һаны юҡ.
Уҡыусыларымдың күбеһе ас, хәлһеҙ. Өҫ кейеме булмау сәбәпле мәктәпкә килә алмағандарҙың өйөнә барып уҡытам. Балаларҙы көнөнә бер тапҡыр булһа ла ашатыу өсөн ашхана ойошторҙом.
”Ҡара ҡағыҙ” алып, ҡайғы-хәсрәткә күмелгән халыҡҡа рухи ярҙам да кәрәк ине. Шуға яйы сыҡҡан һайын улар алдында доклад уҡып, концерт ҡуя торғай­ныҡ. Ял иткәнемде, ғөмүмән, хәтерлә­мә­йем. Район үҙәгенән аҙнаһына бер тапҡыр гәзит барып алам. Яңылыҡтар менән күмәкләп танышабыҙ. Уҡытыусы ауылда ысын мәғәнәһендә әйҙәүсе көс ине. Уға килеп кәңәш һорайҙар, хат уҡыталар, яуап яҙҙыралар... Район етәк­селәре лә халыҡ менән эште мөғәллимә аша алып бара.
Һәр замандың үҙ ауырлығы була, ҡыҙым. Мин ҡыйынлыҡты түгел, ә кеше­ләрҙең Еңеү көнөндәге шатлыҡлы йөҙөн нығыраҡ хәтерләйем. Был күренеште, хис-тойғоно һүҙ менән генә әйтеп аңлатыу мөмкин түгел.
Уҡытыусы – иң изге һөнәр. Дилбегәне ҡыҙыма, ейәнсәрҙәремә тапшырыуым менән бәхетлемен.
– 36 йыл уҡытыусы булып эшләнем, – тип һүҙгә ҡушылды әсәйем. – Мин хеҙмәт юлын башлағанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре милли мәктәп­тәрҙә генә уҡытыла ине. Ваҡыт үтә килә барыһы ла үҙгәрҙе. Бурысыбыҙ халыҡтың үҙаңын уятыуға, рухи хазинабыҙҙы һаҡ­лап ҡалыуға йүнәлтелде. Туған телде белеүҙең кеше өсөн ни ҡәҙәр ҙур әһә­миәт­кә эйә булыуын төшөндөрөү ине маҡсатыбыҙ.
– Хәҙер башҡорт теле республиканың барлыҡ мәктәптәрендә өйрәнелә, – тип мин дә һүҙгә ҡушылдым. – Балалар баҡсаларында милли төркөмдәр эшләй. Халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәт­тәрен һаҡларға тырышабыҙ. Баҙар шарттарында конкурентлыҡҡа һәләтле, шул уҡ ваҡытта илһөйәр, телһөйәр быуын үҫтерергә тейешбеҙ.
– Уҡытыусы һөнәрен һайлауың осраҡ­лы түгел, ҡыҙым, – тип йылмайҙы Әб­дрә­хим бабайым. – Йөрәгең, ата-баба­ларыңдың рухы ҡушыуы буйынса ба­ра­һың был юлдан. Изге һөнәр бер ҡасан да иҫкермәй, ҡартаймай. Уға илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың, телебеҙҙең киләсәге ышанып тапшырылған. Уңыштар һиңә, ҡыҙым!
Өләсәйем йөҙөндә лә – ҡәнәғәт йылмайыу...
...Үҙемдән алдағы өс быуын уҡытыу­сылары фатиха бирҙе. Тимәк, дөрөҫ юлды һайлағанмын. Ниндәй генә осор булмаһын, уҡытыусы һәр ваҡыт бер маҡсатҡа – киләсәк быуынды тоғро юлдан алып барыуға – ынтылырға тейеш. Улар тормошта юғалып ҡалмаһын, ауырлыҡ­тарҙан һығылып төшмәһен, йәмғиәткә терәк булһын.

Рәсимә БУРАНБАЕВА,
35-се мәктәп уҡытыусыһы.





Вернуться назад