Кейеҙ биҙәүес яһарға өйрәтәләр16.03.2016
Өфөлә ҡул эшенә маһирҙарҙы кейеҙҙән биҙәүес яһарға саҡыралар. “Ижад” күргәҙмә залында оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

Күргәҙмә залы мөдире Ирина Мелкозерова әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта кейеҙ биҙәүестәргә ихтыяж да, иғтибар ҙа арта. Был материалдан үҙенсәлекле формалар яһарға, төрлө төҫтәрҙе һайларға мөмкин.
23 мартта 1-се балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы Ольга Серебренникова еүешләп кейеҙ баҫыу техникаһында төйрәмес (брошка) яһарға өйрәтә.
Дәрестә ҡатнашыу өсөн түбәндәге телефондар буйынса алдан яҙылыу шарт: 242-28-35, 8-960-393-61-63.


Вернуться назад