Талпанға ҡаршы сара15.03.2016
Башҡортостан халҡы йәшәгән урыны буйынса поликлиникаларҙа талпан энцефалитына ҡаршы вакцина һалдыра ала. Был сирҙән традицион вакцинация оҙайлы ваҡыт талап итә, әле ашығыс схема ғәмәлгә индерелгән. Ҡағиҙә булараҡ, икенсе доза тәүгеһенән һуң 14 көн үткәс, ә өсөнсөһө бер йылдан ғына һалына. Иммунитет иһә икенсе дозаны алғандан һуң ике аҙнанан барлыҡҡа килә.

Рәсәйҙә дүрт төрлө вакцина рөхсәт ителгән. Шуларҙың икеһе – үҙебеҙҙеке, икеһе – сит илдеке. Прививканы шәхси медицина ойошмаларында ла һалдырырға мөмкин. Рәсәй вакциналарының хаҡы 300 – 550 һум, сит илдеке 1000 – 1250 һум.


Вернуться назад