Һаулыҡ һаҡлауға яңыса ҡараш15.03.2016
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороуҙың һәм уға идара итеүҙең юғары мәктәбе етәксеһе Гүзәл Оломбәкова менән осрашты. Сарала Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
– Беҙҙә аналитик эшмәкәрлек йәһәтенән дә, хәлгә баһа биреү буйынса ла хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әүәлдән килгән проблемалар ҙа етерлек. Атап әйткәндә, ундайҙарға үлем кимәленең юғары булыуы, ғүмерҙең ҡыҫҡалығы инә. Әлегә сәбәптәрен ахырғаса асыҡлай алманыҡ. Материалдар йыйыу, хәлде баһалау системаһының дөрөҫ ойошторолоуын аңларға кәрәк. Ҡыҫҡаһы, һорауҙар бик күп.
Гүзәл Оломбәкова 2014 йылға Волга буйы федераль округы төбәктәрендә һаулыҡ һаҡлау системаһының һөҙөмтәлелеге рейтингын әҙерләүе хаҡында хәбәр итте. Ошо документҡа ярашлы, Башҡортостан үҙ күрһәткестәрен, 2013 йыл менән сағыштырғанда, ярайһы уҡ яҡшыртҡан.
– Һеҙҙә туберкулездан үлем кимәле Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәрҙән 18 процентҡа түбәнерәк. Был бик яҡшы. Ғүмер оҙайлылығы ла республикала 70 йәштән ашыу, – тине ул. – Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар йәмғиәте, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә хәл итеүҙе талап иткән етди проблемалар ҙа юҡ түгел.
Журналистар менән әңгәмәлә Юғары мәктәп етәксеһе республика Башлығының һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү стратегияһын әҙерләү хаҡында күрһәтмә биреүен белдерҙе. Был стратегия Башҡортостан райондары һәм ҡалаларындағы фәнни анализ һәм аналитика мәғлүмәттәре нигеҙендә эшләнергә тейеш.