Аҡса түләнгән – фатир юҡ15.03.2016
Стәрлетамаҡта полиция күпләп урлашыу тураһындағы эште тикшерҙе. “ГрандТехСервис” төҙөлөш фирмаһының 41 йәшлек директоры клиенттарҙы алдап, аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләнә.
Асыҡланыуынса, 2013–2014 йылдарҙа фирмаға арзан хаҡҡа фатир һатыу тураһындағы реклама буйынса 22 кеше мөрәжәғәт иткән. Ойошма директоры уларға компанияның торлаҡтың бер өлөшөн милеккә алыу иҫәбенә яңы төҙөлгән йорттарҙа биҙәү эштәре менән шөғөлләнеүе хаҡында белдергән. Граждандар килешеү төҙөгән һәм уға 43 миллион һумдан ашыу аҡса түләгән. Асылда иһә фирманың яңы төҙөлгән фатирҙарға бер ниндәй ҙә хоҡуғы булмаған.
Стәрлетамаҡ прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, эш судҡа тапшырылған.