Ташҡын көслө булырмы?15.03.2016
Быйыл Башҡортостанда ташҡын осоронда һыуҙың былтырғы кимәлдән юғарыраҡ булыуы көтөлә. Ташҡынға ҡаршы республика комиссияһы ултырышында аныҡ прогноз 25 мартта билдәле буласаҡ тинеләр.

– Бөгөндән ташҡынға ҡаршы әҙерлекте башлайбыҙ. Ғәҙәттәгесә, ул барлыҡ муниципаль берәмектәрҙә гидротехник ҡоролмаларҙы әҙерләү буйынса контроль сараларҙы ойоштороуҙы, һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындарҙы тикшереүҙе, шулай уҡ авария-ҡотҡарыу һәм ойоштороу-техник саралар барышында йәлеп ителәсәк көстәрҙе әҙерләүҙе үҙ эсенә ала, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев.
Һуңғы йылдарҙа республикала ташҡын артыҡ ҡотормаһа ла, уяулыҡты юғалтырға ярамай.
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы начальнигы Вилора Горохольская һөйләүенсә, былтыр көҙ тупраҡтағы дым күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булған. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһы бассейнында ул 86 миллиметр тәшкил иткән, йәғни норманан 25 процентҡа юғары. Ҡариҙел йылғаһында — 165 миллиметр, йәғни күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 90 процентҡа күберәк.
Яҡынса күҙаллауҙарға ҡарағанда, Ағиҙел һәм Ҡариҙелдә һыуҙың максималь кимәле күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә яҡын буласаҡ. Стәрлетамаҡ янында Ағиҙелдең кимәле норманан 50 сантиметрға түбәнерәк булыуы көтөлә. Өфө эргәһендә иң юғары күрһәткес 700-800 сантиметр тәшкил итәсәк, йәғни норманан 20 сантиметрға күберәк. Бөрө янында – норманан 40 сантиметрға юғарыраҡ.




Вернуться назад