Бөркөттәр оя ташламай15.03.2016
Бөркөттәр  оя ташламай Халыҡты үҙебеҙҙең сифатлы продукция менән тәьмин итеү маҡсатын тормошҡа ашырыуҙа төп ышаныс бағланған фермерҙарҙың хәле нисек? Уларҙың бер-береһе менән уртаҡлашырлыҡ ниндәй тәжрибә өлгөләре бар? Уңышлы эштең сере ниҙә? Республикала фермерға ышаныслы үҫеш юлы тәьмин ителгәнме? Йүнсел эшендә ниндәй киҫкен проблемалар менән осраша? Уға ярҙам рәүешендә булдырылған дәүләт программалары тейешенсә тормошҡа ашырыламы?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләү, фермерҙарҙың эш тәжрибәһен бер-береһенә күрһәтеү, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу маҡсатында “Башҡортостан” гәзите Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр союзы менән берлектә “Башҡортостан фермеры” тигән проект башлай.
“Үҙебеҙҙең кеше”, “Хәйерле иртә, Исмәғил!”, “Бөркөттәр оя ташламай”... Тормошсанлығы менән яраттырған был әҫәрҙәрҙә ялғанлыҡ, яһалмалыҡ юҡ. Тыуған яғына ерегеп, төйәге күргәнде кисереп йәшәгән кешеләрҙе фәлән тарафтағы “алтын” ымһындырмай. Бәхет ошонда. Ватаныңа һөйөү, бер-береңә ихтирам, ышаныс, тырыш хеҙмәт, ихтыяр көсө һәм изгелектән өйөлә ул.


Ошо әҫәрҙәрҙең авторы, мәңгелек ҡиммәттәрҙең көсөнә йәнә бер ҡат инандырған яҙыусы Ярулла Вәлиевтең тәпәй баҫҡан ерендәбеҙ. Ҡариҙел буйында – иртәнге һиллек. Тәбиғәттәге аһәңде боҙорға теләмәгәндәй, Бикмырҙа ауылы халҡы ипле генә яңы көнөн башлай. Берәүҙәр машинала эшкә юлланһа, икенселәр ишек алдында, мал араһында бөтөрөнә. Бына эргәнән мәктәп автобусы үтеп китте. Беҙ иһә йәш фермер Илнур Ғафаров менән осрашыуға ашыҡтыҡ.

Атайлы бала – арҡалы

Бөркөттәр  оя ташламайЙүнселдең йорто ауылдағы үҙәк урамдың осонда, йылға ярында, урынлашҡан. Ҡаршылағы яланда – ҙур кәртә. Илнур тракторында тап шул яҡтан ҡайтып инде.
– Ике аралағы юлды ҡарҙан таҙартып килдем, – тип һүҙ башланы ул. – Дүрт гектар майҙанлыҡ анау яланды ҡуртымға алғанмын. Ундағы аҙбар башында – запас бесән. Хәҙер бер аҙын бында ташырға иҫәп.
Фермер тракторына йәһәт кенә арба тағып алды. Бесән ташыған арала тормошо хаҡында байтаҡ мәғлүмәт биреп өлгөрҙө ул.
Илнур – ошо ауыл егете. Дүрт балалы ғаиләлә үҫә ул. Атаһы Мәүлит Лотфулла улы менән әсәһе Инзира Шәрип ҡыҙы ғүмер буйы Карл Маркс исемендәге колхозда эшләй. Райондағы иң ҙур, алдынғы был хужалыҡ уҙған быуат аҙағында тарҡалыуға дусар булғас, халыҡ ни ҡылырға белмәй аптырап ҡала. Һөйөнөскә күрә, етәкселәре хеҙмәтсәндәрҙе яҙмыш ҡосағына ташламайынса, һәр береһенә үҙаллы эшкә тотоноуҙа ярҙам күрһәтә. Һөҙөмтәлә уңған Ғафаровтар ауылда тәүгеләрҙән булып шәхси хужалыҡ булдыра.
Тәүҙә күпләп ҡуян үрсетә, унан йылҡысылыҡҡа тотона улар. Һәр эштә төп таяныс – ҡуртымға алынған “МТЗ-80” тракторы. Ҡуяндар өсөн йәшелсә, аттарға бесән әҙерләү мәшәҡәттәрен тотош ғаилә менән бергәләп атҡара Ғафаровтар. Өс ҡыҙ араһында берҙән-бер малай булған Илнурға эш айырыуса күп тейә, ышаныс та нығыраҡ бағлана. Малсылыҡтың үҙенсәлектәренә төшөнөп, заманса ауыл хужалығының ауырлыҡтарын үҙ иңендә татып үҫкән егет һөҙөмтәлә мәктәптән һуң Башҡортостан дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Унан, армияла хеҙмәт иткәс, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.
– Ситтә ҡалыу уйымда ла булманы, – ти Илнур. – Атай-әсәйемдең эшен дауам итеү ине маҡсатым. Улар, шәхси хужалығын киңәйтеп, 2003 йылда фермер булып теркәлгәйне. Ер бар, техника байтаҡ. Шуға күрә лә миңә яңы эш башлаған фермерҙар иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы кисерергә тура килмәне. Атай-әсәйем башлағанды дауам итеү, хужалыҡты көсәйтеү бурысын йөкмәнем. Өйләндем. Ауылды социаль үҫтереү программаһына ярашлы субсидия алып, айырым йорт һалып сыҡтыҡ. Ете йыл инде үҙаллы тормош көтәбеҙ, ике ул үҫтерәбеҙ. Эшебеҙҙең йүнәлеше иһә – һыйыр малы үрсетеү. Атай-әсәйем иһә, хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, төп терәк-таянысыбыҙ, ярҙамсыбыҙ, яҡын кәңәшсебеҙ.

“Их, ерҙәр файҙаланылмай...”

Бөркөттәр  оя ташламайИлнур йөк бушатҡан ваҡытта Мәүлит Лотфулла улы килеп етте. Асыҡ йөҙлө, етеҙ хәрәкәтле ағайҙың кәйефе көр.
– Яңы быҙауҙарҙы ҡарап сыҡтым әле, – тине ул ҡәнәғәтлек менән. – Кисә ятһынған кеүектәр ине, әле береһе үҙе үк ҡулға һонолоп тора.
Баҡһаң, Илнур өс көн элек Иглин районындағы бер эшҡыуарҙан ҡара-сыбар тоҡомло быҙауҙар алып ҡайтҡан икән. Әйтеүҙәренсә, бындай һыйыр малы иткә һимертеү өсөн ҡулай. Ә йүнсел ғаиләнең эш алымы шундай: һыйырҙарының береһе быҙаулаһа, уға тағы ла имеүсе өсәүҙе килтереп ҡушалар. Бындай ҡара-сыбар тоҡомлоларҙы әлегә ҡәҙәр Дүртөйлө, Миәкә, Баҡалы райондарынан барып алыр булғандар.
– Ә Иглиндағы йүнсел – элек бергә эшләгән яҡын дуҫымдың улы, – тине Мәүлит ағай. – Малсылыҡ менән күптән түгел генә шөғөлләнә башланы. Киләсәктә фермаһын ҙурайтырға, замансалаштырырға, унда ике робот ҡуйырға әҙерләнә. Хатта эшселәрен йәшәтеүҙе лә алдан хәстәрләй: урындағы ябылған мәктәп бинаһын ятаҡ кеүек итеп уңайлаштыра. Әле үк фермаһында күпселек хеҙмәтте техника атҡара икән. Кеше эш барышында күҙ-ҡолаҡ ҡына булып тора. Үәт, замана!
Мәүлит ағай ҡәнәғәт: хәҙер, яҡында шундай заманса хужалыҡ булғас, улы Илнур һимертеү өсөн малды йыраҡтан ташып ыҙаламаясаҡ. “Эргә-тирәләге фермерҙар бер-береһе менән ҡатнашып, ярҙамлашып йәшәргә тейеш. Бөгөн бит уларға иң ҙур дөйөм бурыс – халыҡты үҙебеҙҙең продукция менән тәьмин итеү эше – йөкмәтелгән, – тигән фекерҙә аҡһаҡал. – Айырымланыу, үҙаллы булырға тырышыу “яр” ситенә алып барып терәр. Совет осоронда ла ныҡлы һыналған хәҡиҡәт был. Ошо хаҡта Илнурға ла һәр саҡ әйтә киләм. Кешеләргә яҡын бул, тим. Халыҡҡа файҙалы эш кенә бәрәкәт килтерә ул”.
Йәш фермерҙың әйтеүенсә, яңы тыуған быҙау яҡынса 10 мең һумға һатыла. Һөт имеүҙән айырылып, бесән ашай башлағандарын да ала ул. Халыҡтан да йыйыр ине лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр мал тотмай икән. Һөҙөмтәлә байтаҡ бесәнлектәрҙең файҙаланылмай ятыуы ныҡ әсендерә Ғафаровтарҙы.
– Ата-бабабыҙҙан ҡалған ерҙәр бит улар, – тип көрһөнөп ҡуйҙы Мәүлит ағай. – Шул ҡәҙәр уңдырышлы, бесәнде һәйбәт бирә инеләр. Файҙаланылмағас, ниндәйгә әйләнерҙәр? Урындағы ҡайһы бер кешеләрҙең “әҙергә – хәҙер”леге, һәлкәүлеге ситтәр өсөн “байрам” булмағайы... Район етәкселеге бит эшләйем тигән кешене ярҙамынан айырмай, йүнен табып тора.
Картуф
арзанайһа ла,
ит үтә


Ғафаровтарҙың үҙҙәренең ҡуртымға алынған 40 гектар ере бар. Алты баҫыуҙың барыһы ла эргәлә урынлашҡан. Иң яҡынында – ауыл осондағы дүрт гектарлыҡ яланда – картуф үҫтерәләр.
– Бәрәңгене ун йыл сәстек, – ти Илнур Мәүлит улы. – Күберәге һатыуға китә торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бигүк үтмәй хәҙер картуф. Былтыр, мәҫәлән, килоһын уртаса ун тәңкәгә һаттым. Күмәртәләп алты-ете һумға һоранылар. Ашханаларға үҙем дә илткеләнем. Ғөмүмән, картуфтың хаҡы ҡайтмай, шуға уны сәсеүҙе әҙәйтмәксемен. Урынына бесәнлекте киңәйтеп, мал һанын күбәйтергә иҫәп. Ат алырға хыялым бар.
Малды бесәндән тыш туҡландырыуға килгәндә, фуражды хужалыҡтар һатып бирә. Тағы ла бер юлды таптым: икмәк заводына магазиндарҙан кире ҡайтарылған ризыҡты осһоҙлата алам. Мал башына көнөнә икешәр буханка таратып бирһәң дә һәйбәт. Икмәк ашатһаң, ите тәмле була.
Ит тигәндән, уның хаҡы бар. Бының төп сәбәбе – халыҡта малдың аҙайыуы. Үҙҙәрендә булмағас, һатып алалар. Башҡа яҡтарҙан да даими клиенттарым бар. Ноябрь-декабрҙә, мал һуйған мәлдә, итте өйҙән үк килеп алып бөтәләр. Ҡайһы ваҡытта продукцияны Өфө йәрминкәләренә лә сығарабыҙ. Ундай осраҡта хәҙер итте элеп йөрөтөүҙе талап итәләр. Дөрөҫ ҡағиҙә тип иҫәпләйем. Атайым бынауындай элгес эшләп бирҙе...
Ишле ғаиләлә үҫеп, колхозда ғүмер буйы иретеп йәбештереүсе бурысын атҡарған Мәүлит Лотфулла улының ҡулдары алтын. Улына ит элгес кенә түгел, башҡа кәрәк-яраҡты ла күп яһаған ул. Мәҫәлән, һабан, яландарға ашлама һиптергес, техникаға таға торған төрлө ҙурлыҡтағы тырмалар, тәгәрмәсле арбалар, картуф ҡаҙғыс, туғыҙ тырма таҡмалы агрегат, аҫмалы культиватор...
– Бесән төргөс – үҙебеҙҙең Нефтекама заводыныҡы. Ун йыл инде боҙолмайынса эшләй, – тип техника төрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итте Илнур Мәүлит улы. – Гаражда күтәрткесле “МТЗ-80”, “ГАЗель” тора. Ә быныһын, “МТЗ-82” тракторын, шулай уҡ роторлы сапҡысты дүрт йыл элек субсидия ярҙамында алдым. Өй алдындағы “Рено Дастер” – үҙемә юл йөрөү өсөн...
Мәктәптә технопарк буласаҡ

Ул арала ишек алдына “Тойота” килеп туҡтаны. Фермерҙың ҡатыны менән улы Данияр мәктәптән ҡайтҡан икән.
Олеся Николаевна – Баҡалы районы ҡыҙы. Уңған, бер-береһенә ҡарата ихтирамлы, ярҙамсыл ғаиләгә килен булып төшкәненә һөйөнөп бөтә алмай ул. Эштән ҡайтыу менән йәһәт кенә табын әҙерләп, ҡайны-ҡәйнәһен сәйгә саҡырып алды.
– Күрше Байгилде лицейында эшләүемә ике йыл ғына әле, – тип бәйән итте хужабикә. – Мәғлүм булыуынса, был уҡыу йорто 23 йыл элек асылған. Күптән түгел, заман талаптарына ярашлы, яңы йүнәлештә эш башланыҡ: уҡыусыларҙы һөнәргә өйрәтәбеҙ. Малайҙар машинист, тракторсы эштәренең нигеҙҙәренә төшөнһә, ҡыҙҙар өсөн бесеү, тегеү, аш-һыу әҙерләү дәрестәре индерелде. V – VIII класс уҡыусылары робот техника­һын өйрәнә, етенселәр 3D-компас менән эшләй башланы. Өҫтәүенә балалар йәшелсәселек, үҫемлекселек серҙәренә төшөнә. Ғөмүмән, йәш быуынды һөнәрле итергә тырышабыҙ. Лицей етәкселеге уҡыу йортонда технопарк ойоштороу маҡсатын тормошҡа ашырыу йәһәтенән күп эш башҡара.
– Балаларға дәрескә йөрөү өсөн автобус бүлеүҙәре лә һәйбәт булды, – тип һүҙгә ҡушылды ҡәйнәһе Инзирә Шәрип ҡыҙы. – Элек ни, беҙҙекеләр күрше ауылға йәйәү йөрөп уҡыны. Ҡайтыр ҙа түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү өсөн кире сығып китерҙәр ине...
– Уның ҡарауы, тырыш булып үҫтеләр, – тип үҙ фекерен белдерҙе Мәүлит Лотфулла улы. – Барыһын да дәүләттән көтөп ултырмайҙар. Шулай ҙа бар араларында һәлкәүҙәр. Даими эшләү тураһында уйламайынса, бөгөнгөһө менән генә йәшәгәндәр осрап тора. Үҙебеҙҙең продукцияға мохтажлыҡ артҡанда, ауыл кешеһенең нисек ғәмһеҙ йәшәүе мөмкин? Эшлә, тип юл күрһәтеп торғандарында...
– Йәштәр аңлай башланы бит, атай, – тип йылмайып ҡуйҙы Илнур. – Бер-береһенән күрәләр, өлгө алалар. Мәктәптә лә, әйткәнебеҙсә, балаларҙы һөнәргә өйрәтеүгә ҙур иғтибар бүленә башланы. Тимәк, барыһы ла яйланыр, ышанайыҡ.

* * *
“Ҡариҙелем, һиндә ҡалам –
Ер иткән ерем ошо.
Бөркөттәр оя ташламай,
Ә мин – ҡаяның ҡошо”.
Был йырҙың һүҙҙәрен Ярулла Вәлиев яҙған. Тарих төпкөлөндә аҙашып ҡалмаған ул моң. Бөгөн дә күңелдәрҙә йәшәй, йөрәктәрҙе елкендерә. Ояһын ташлап, ҡырға осмаҫ бөркөттәр. Үҙ ерендә, Ҡариҙел буйында, ҡалырҙар.






Вернуться назад